Кузнецов затонында йәшәгән ғаиләләргә балаларын һуңламай ғына Өфөнөң башҡа районында урынлашҡан мәктәптәргә илтер өсөн иртәнге 5-6 тирәһендә торорға тура килә. Республикалағы иң ҙур мәктәп үҙ ишектәрен асһа был мәсьәлә хәл ителер ине. Әйткәндәй, яңы белем усағы 80%-ҡа әҙер. Хәбәрсебеҙ Нурия Ғилмуллина төҙөлөш эштәрен үҙе ҡарап ҡайтты. Азалия Вәлиева күп балалы әсә. Был исемгә ғаилә ике ай элек –ҡыҙҙары Йәмилә тыуғас лайыҡ була. Өлкән улы Таһирға 12, кесеһе Хәйҙәргә 10 йәш. Кузнецов Затонында улар 2020-се йылда күсенә. Бында беҙҙең кеүек йәш ғаиләләр байтаҡ, шуға ла мәктәп булмауы ҙур ҡыйынлыҡтар тыуҙыра, ти йәш әсә. Ауыр йөк машиналары бер туҡтауһыҙ ҡом ташый. Бина әле ҡайнап торған ҡырмыҫҡа иләүен хәтерләтә, сөнки 36 мең квадрат метрҙан ашыу биләмәлә бер ваҡытта 200 самаһы кеше эшләй. Хеҙмәтселәр үҙҙәре лә яңы мәктәпкә ҡыуанып бөтә алмай.Уҡыу кабинеттары тулыһынса әҙер тиергә лә була. Бында хатта бөтә кәрәк-яраҡ йыһаздарҙы ла ҡайтарғандар. Яңы мәктәптә бөтә нимә уйланып еренә еткерелеп эшләнә. Бина төрлө секцияларға бүленгән. Мәҫәлән, башланғыс һәм өлкән класс уҡыусылары бер-береһенә ҡамасауламаһын өсөн уларҙың ашханалары төрлө яҡта урынлашҡан. Мәктәптә 4 спорт залы эшләйәсәк. Мәҫәлән, был иң ҙур залдарҙың береһе. Нурия Ғилмуллина Уның ҙурлығы 500 квадрат метрҙан ашыу. Ә бейеклеге 10 метрҙы тәшкил итә. Бында әлеге ваҡытта диуарҙарҙы матурҙау эштәре бара.Уҡыусыларҙың хәүефһеҙлеге тураһында ла уйланылған. Оҙаҡламай залдарҙа ошондай йомшаҡ линолеум йәйеләсәк. Физик күнекмәләрҙән һуң уҡыусылар тура душ бүлмәләренә юллана. Кейенеп-сисенеү бүлмәләре лә бар. Барыһы ла уҡыусылар өсөн. Хатта 95 кабинет иҙәненә йомшаҡ полимер йәйеләсәк. Ә был ҡорт ояларын хәтерләткән сымдар ысынында электр сымдары, улар ҙа тиҙ арала мәктәптең бөтә кабинеттарына һуҙылып бөтәсәк. Бында шулай уҡ ике ҙур китапхана, лабораториялар, мәҙәни саралар үткәреү залдары, хатта лифттар ҙа буласаҡ. Кузнецов затонындағы мәктәп 5 ярым гектар ерҙә урынлашҡан һәм өҫтән ҡарағанда А хәрефен хәтерләтә. 2200 урынға тәғәйенләнгән белем усағын яңы уҡыу йылына әҙерләп бөтөү күҙаллана.
Иртә-таң менән белем артынан
Иртә-таң менән белем артынан