Быйыл йәй республика лагерҙарында ике йөҙ меңдән ашыу бала ял итәсәк

Быйыл йәй республика лагерҙарында ике йөҙ меңдән ашыу бала ял итәсәк
  • Быйыл йәй республика лагерҙарында ике йөҙ меңдән ашыу бала ял итәсәк

Башҡортостан балалар һауыҡтырыу лагерҙары тәрбиәләнеүселәре өсөн үҙ ишектәрен башлыса был аҙнала асты. Күпселек профилле учреждениеларҙа әҙерлек эштәре тамамланған. Аҙаҡҡы буяу эштәре һәм Рәсәйҙең иң яҡшы лагеры тәрбиәләнеүселәрҙең беренсе сменаһын ҡабул итергә әҙер. Был осраҡта сағыштырыу матур һүҙ өсөн генә ҡулланылмай. Тап Өфөнөң " Аҡсарлаҡ -Чайка"- лагеры уҙған йыл йомғаҡтары буйынса илдең иң яҡшы 15 профилле учреждениеһы иҫәбенә инде. 2025 йылда яуланған юғары кимәлде тотасаҡбыҙ, ти етәкселек .Бында элекке традициялар буйынса корпустарҙағы таҙалыҡ өсөн техник персонал түгел, ә вожатыйҙар үҙҙәре яуап бирә. Улар араһында осраҡлы кешеләр юҡ. Һәр тәрбиәсе балалар менән эшләү хоҡуғын алғанға тиклем ентекле әҙерлек үткән.Ә бына лагерь биләмәһе яңы һауыҡтырыу миҙгеленә тулыһынса әҙер. Бында талпандарҙан, сысҡандарҙан һәм серәкәйҙәрҙән химик эшкәртеү үткәрелгән. Һыу һәм тупраҡҡа ла кәрәкле рөхсәт документтары бар.Йәйге һауыҡтырыу миҙгеле алдынан республикала күп кенә балалар лагерҙарының инфраструктураһы әүҙем яңыртылды. Мәҫәлән, Баймаҡ районында "Орленок" лагеры капиталь төҙөкләндернеү үткән, һәм тиҙ күтәрелә торған ике корпус төҙөлгән.Йәйге һауыҡтырыу кампанияһында бай тарихы һәм традициялары булған учреждениелар ҙа, 2025 йылда ғына башланғыс алған ойошмалар ҙа ҡатнаша. Улар рәтендә Әлшәй районындағы — "Новатор" балалар лагеры. Унда өс ай дауамында дүрт йөҙ тәрбиәләнеүсе ял итәсәк. Махсус хәрби опреацияла ҡатнашҡан яугирҙәрҙең балалары өсөн дә профилле сменалар ҡаралған.Быйыл йәй Башҡортостанда ике меңгә яҡын йәйге үҙәк үҙ ишектәрен асасаҡ. Уларҙа ике йөҙ меңгә яҡын уҡыусы ял итә ала. Беренсе сменаларҙың берҙәм старт датаһы юҡ. Әммә Рәсәй мәғариф Министрлығы миҙгелде 27 майҙан асырға тәҡдим итте.