Өфө районыныда Рәми Ғәрипов исемендәге 1-се гимназия-интернатты тамамлаусылар өсөн һабантуй ойошторолдо. Сараға төрлө йылдарҙағы сығарылыш уҡыусылары йыйылды. Килгән ҡунаҡтар өсөн уйындар ойошторолдо һәм башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары ҡатнашлығында концерт-дискотека уҙғарылды. Матур осрашыу кисәһен Хәбәрсебеҙ Гөлфиә Мәҡсүтова ла барып күрҙе. Заһира Тайсина гимназия интернатты бынан 47 йыл элек тамамлаған. Бөгөнгө матур көндә классташтарым менән осрашып йәнә йәшлеккә ҡайтҡандай булдым, ти. Төрлө йәштәге гимназистар бер урында. Танышыу, аралашыу, уртаҡ хәтирәләр менән бүлешеү. Ә иң етеҙҙәре ялды файҙа менән дә берләштереп өлгөрә. Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатын хаҡлы рәүештә милли кадрҙар әҙерләү урыны тип атайҙар. Гимназияны төрлө йылдарҙа күп билдәле шәхестәр тамамлаған. Интернат уҡыусылары үҙҙәрен ҙур бер ғаилә тип һанай. Күңелле уйындарҙа ҡатнашып, бүләктәр отоп, дуҫтарың менән осрашып мәктәп йылдарына сумғандай булаһың тип бүлешә осрашыуға килгән һәр кем.Матур осрашыу төрлө йылдарҙа гиманазияны тамамлаған һәм башҡорт эсрадаһы йондоҙҙарының сығышы менән тамамланды. Киләһе йылдарҙа һабантуйҙы ҙурыраҡ кимәлдә үткәреү, төрлө йылдарҙа гимназияны тамамлаусыларҙы осраштырып, аралашыуҙарҙы матур бер йолаға әйләндереү теләге бар, ти ойоштороусылар.
Гимназистар һабантуйы
Гимназистар һабантуйы