Был турала республика башлығы Радий Хәбиров үҙенең телеграм-каналында хәбәр итте. Был махсус иҡтисади зонаны Рәсәйҙә иң яҡшыларҙың береһе итергә тигән бурыс ҡуйҙыҡ һәм һәйбәт һөҙөмтәләргә ирештек, тип билдәләй республика етәксеһе. Биш йыл эсендә «Алға» йылдам үҫешкән биләмә тип ике тапҡыр танылды, Рәсәй иҡтисади зонаһының Инвестиция милли рейтингында етенсе булды, ике йыл рәттән «Импортты алмаштырыу» һәм «Тотороҡло үҫеш» махсус номинацияларында еңеү яуланы. Әлеге ваҡытта Башҡортостандың «Алға» махсус иҡтисади зонаһында 24 резидент иҫәпләнә, улар проекттарға 62 миллиард һумдан ашыу инвестиция һалырға, 3000-дән күберәк яңы эш урыны булдырырға ниәтләй. Алты резидент үҙ продукцияһын етештерә. Улар үҙ проекттарына 10 миллиардҡа яҡын аҡса бүлде, республика халҡы өсөн меңләгән эш урындары булдырҙы. Быйыл яңы предприятиеларҙың асылыуы көтөлә. «Алға» махсус иҡтисади зонаһы инфраструктураһын үҫтереүҙе, уның майҙанын арттырыуҙы дауам итәбеҙ. 2023 йылда уға «Өфө» индустриаль паркы биләмәһе индерелде, артабан киңәйтергә тигән уйҙар бар, тип хәбәр итте Радий Хәбиров.
«Алға» махсус иҡтисади биләмәһенә биш йыл тулды
«Алға» махсус иҡтисади биләмәһенә биш йыл тулды