Бөгөн Рәсәйҙә Сик буйы ғәскәрҙәре көнө билдәләнә

Бөгөн Рәсәйҙә Сик буйы ғәскәрҙәре көнө билдәләнә
  • Бөгөн Рәсәйҙә Сик буйы ғәскәрҙәре көнө билдәләнә

Тап улар илдең сиген һаҡлау буйынса төп бурысты үтәй. Ватаныбыҙҙы яҡлауға ғүмерен аямаған пограничтиктар, йәғни, Йәшел береттәр хаҡында Закир Шәрипов. Пограничниктар илебеҙҙең 60 мең километрҙан ашыу сиген һаҡлай. Улар десантсылар кеүек хәрби ғәскәрҙәрҙең элитаһы тип һанала. Йәшел береттәр бер ҡасан да бер береһен һатмаясаҡ. Сик буйы ғәскәрҙәре һалдаттары Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында беренсе булып неонацистарҙың һөжүмен кире ҡаҡты һәм әле лә улар менән көрәшеүен дауам итә.Пограничниктарҙың тарихы һәм байрамы, йолалары барлыҡҡа килеүе быуаттарға һуҙыла. Белгестәр билдәләүенсә, сик буйы ғәскәрҙәре 11 быуатта уҡ булған. Әле йәнһүрәттәрҙә күрһәтелгән баһадирҙар Илья Муромец, Добрыня Никитич кеүек батырҙар тап беренсе сик буйы һаҡсылары тип иҫәпләнә.Өфөнөң Еңеү паркында сик буйы ғәскәрҙәренә арналған ҙур сара үтте. Тантанала Башҡортостандан СССР геройҙары исеменә лайыҡ булған пограничтиктарға бағышланған эстафетаға йомғаҡ яһалды һәм Хәрби дан музейына әйберҙәр тапшырылды. Сик буйы ғәскәрҙәре хәҙер Федераль именлек хеҙмәтенә ҡарай һәм унда ябай кешеләр эләгә алмай. Тик контракт төҙөгәндәр йә махсус уҡыу йортон тамамлағандар ғына хеҙмәт итә ала. Байрамда Федераль именлек хеҙмәтенең юғары етәкселеге ҡатнашты.Бөгөн рәсми байрам көнө булмаһа ла Йәшел береттәр байрам итә. 28 май улар өсөн изге көн. Бер кем дә пограничтиктар кеүек бер-береһенә ышанып, ғүмерен тапшыра алмай, ти был төр ғәскәр вәкилдәре. Ҡотлауҙарға беҙ ҙә ҡушылабыҙ!)