Еңеү һәм һуғыш йылдарындағы йырҙарҙы республика эшҡыуарҙары менән бер сәхнәлә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм ветерандар башҡарҙы. Тулыраҡ Сәлимә Исламова әҙерләгән яҙмала. “Рәсәй ҡылыстан башланмаған..”. Хәйриә концерты Эдуард Асадовтың тап ошо шығырынан башланды. Хәтер ноталары тип аталған сарала илһөйәрлек тураһындағы шиғырҙарҙы һәм яу йырҙарын башҡарыусы ветерандар яугирҙәрҙең еңеүгә ынтылышын һәм тылға булған ышанысын ишетеп кенә белмәй. Шуға ла улар башҡарыуында ил бөйөклөгө хаҡындағы йырҙар тағы ла ышаныслыраҡ яңғыраны.Мөдәрис Булатов сәхнәнән иң яратҡан йырын башҡарҙы. Ул 60 йәштә булыуына ҡарамаҫтан Махсус хәрби операцияла, алғы һыҙыҡта йөрөп ҡайта. Әлеге мәлдә ветеран булараҡ гуманитар ярҙам йыйыуҙа әүҙем ҡатнаша. Бөгөнгө сарала Мөҙәрис Булатов эшҡыуар булараҡ та ҡатнаша. Уның төркөмө гуманитар ылау туплап ҡына ҡалмай, ярҙамды урынға уҡ алып барып еткерә.Рәсәй эшҡыуарлығы көнөндә Ватаныбыҙ һағында торған яугирҙарға ярҙам итеү йәһәтенән музыкаль майҙансыҡҡа 500-гә яҡын бизнесмен, власть вәкилдәре, махсус операция ветерандары йыйылды.Сара Республика Хөкүмәте булышлы менән уҙғарылды. Башҡортостанда хәрбиҙәргә һәм уларҙың ғаилә ағзаларына дәүләт ярҙамы комплекслы башҡарыла. Республика эшҡыуарҙарының МХО күрһәткән ярҙамы баһалап бөткөһөҙ. Яугирҙар һәм тыныс халыҡ өсөн ҡорамалдар, медикаменттар һәм тәү кәрәкле әйберҙәр һатып алыуҙың бер өлөшөн финанслау улар иңендә. Киләсәктә хәрби бәрелештәр ветерандары менән эшҡыуарҙар араһында остазлыҡ йүнәлеше булдырыу ҙа күҙ уңында тотола. Проект авторы Элиана Сәйетова билдәләүенсә, Башҡортостандың бизнес- берләшмәһе — ул уңышлы эшҡыуарҙар ғына түгел, ә республиканы һәм тотош илде үҫтереүҙә әүҙем ҡатнашырға әҙер булған граждандар. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм эшҡыуарҙар берләшмәһе үҙ-ара килешеп эш итеүеҙе артабан да дауам итәсәк. Ошо юҫыҡта республикала «Үҙеңдең яңы мөмкинлектәрең» белем биреү программаһын тормошҡа ашырыу планлаштырыла.
Рәсәй эшҡыуарлығы көнөндә Өфөлә хәтер ноталары музыкаль кисәһе үтте
Рәсәй эшҡыуарлығы көнөндә Өфөлә хәтер ноталары музыкаль кисәһе үтте