Онкологияны нисек еңергә?

Онкологияны нисек еңергә?
  • Онкологияны нисек еңергә?

Урта быуаттарҙа йәшәгән Венгр короле Белл 3-сө менән башҡорттарҙың ДНК кимәлендә бәйләнеше бар. Был турала Өфө ғалимдары белдерҙе. Вуз-ара студенттар кампусындағы лабораторияларҙа шулай уҡ төрлө онкология ауырыуҙарының килеп сығышын да тикшерәләр. Хәбәрсебеҙ Нурия Ғилмуллина дауам итә. Тикшерәләр һәм ҡайһы пациенттың ДНК-һында теге йәки был мутацияның барлығын йә юҡлығын асыҡлайҙар. Был лабораторияла алып барылған эштәрҙең тәүге этабы. Ә был һыуытҡыстар эсендә, баҡтиһәң, онкология менән ауырыған пациенттарҙың ДНК-лары һаҡлана икән. Бында шулай уҡ төрлө генетик үҙенсәлектәре булған пациенттарҙың организмы бер үк препаратты нисек ҡабул итеүе тикшерелә һәм артабан дауалау юлдары һайлана. Әйтәйек, нәҫелдән ашҡаҙан онкологияһы менән ауырыған пациенттар бар. Уларҙа ғалимдар генетик мутациялар барлығын асыҡлаған. Ғалимдар әлегә ауырыуҙы иҫкәртә алмай, әммә уны иртә стадияла асыҡлаған осраҡта уңышлы дауалай ала. Әле онкология ауырыуҙарының 60 проценты һуң табыла, шуға ла терапия ла һөҙөмтәһеҙ. Лабораторияла эш 2 йүнәлеш буйынса алып барыла: популяция һәм медицина генетикаһы. Медицина генетикаһы сиктәрендә күкрәк биҙе һәм ашҡаҙан яман шеше кеүек ауырыуҙар тикшерелә. Чечен республикаһы менән берлектә алып барылған тикшеренеүҙәрҙән һуң ғалимдар ҡыҙыҡлы асыш яһай. Ә популяция генетикаһы төрлө төбәктәрҙә кеше популяцияһының килеп сығышын, миграция үҙенсәлектәрен тикшереү менән шөғөлләнә. Ғалимдар хатта башҡорттарға ҡағылған асыш эшләгәндәр. Әйткәндәй, Башҡортостанда күкрәк биҙе яман шеше беренсе урынды биләй. Йыл һайын 1 мең 600-ҙән ашыу ҡатын-ҡыҙҙа ошо сир асыҡлана. Ҡыҙғанысҡа, ул йыл һайын арта бара. Киләсәктә был өлкәлә эшләгән ғалимдарҙың тикшеренеүҙәре ыңғай һөҙөмтәләргә алып килер, тигән ышаныс бар.