Республика закондарының төп тупланмаһының айырым пункттарын яңыртыу республика етәксеһенең вәкәләттәрен тулыландыра һәм Ҡоролтайға закон проекттарын индерә алған субъекттар даирәһен киңәйтә — асыҡ власть ойоштороу принциптары нығытыла. Республика премьер-министрына һәм уның урынбаҫарҙарына ышанмау йәки ышаныу мәсьәләһен хәл итеү тураһында ла әйтелә. Яңы закон проекты Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары ултырышында ҡаралды. Үҙгәрештәр бының менән генә тамамланмай. Башҡортостан бюджетының сығым өлөшө йәнә яҡынса 5,8 миллиард һумға үҫә. Дефицит социаль йөкәләмәләрҙе бойомға ашырыу менән бәйле. Парламент депутаттары ултырышында Өфөлә түләүле туҡталҡаларға бәйле документ тикшерелде. Баш ҡаланың үҙәк өлөшөндә автомобилдәр ҡуйып, ошо хеҙмәт өсөн иҫәпләшмәүселәргә штраф күләме билдәләнде. Уның суммаһы 1 мең 500 һум. Башҡортостан депутаттары шулай уҡ “хәрби хәбәрсе” тигән статусты раҫлай. Әгәр документ ғәмәлгә индерелһә, алғы фронтта эшләүсе журналистарҙы социаль яҡлау өсөн айырым ҡағиҙә булып, улар статусы яугирҙәргә тиңләштерелә. Башҡортостан парламенты депутаттары ултырышында республика башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты.
Башҡортостан Конституцияһын үҙгәрештәр индереләсәк
Башҡортостан Конституцияһын үҙгәрештәр индереләсәк