Өфөлә яңы автоматлаштырылған «Баштәржемә» мәғлүмәт системаһы менән таныштырҙылар. «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында»ғы Законды тормошҡа ашырыу буйынса Хөкүмәт ҡарамағындағы комиссия ултырышында проекттың исем туйы үтте. Хөкүмәт премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев һүҙҙәренсә, платформа тикшереү үткәндән һуң өс көндән эшләй башлай. “Баштәржемә” системаһы тураһында тулыраҡ хәбәрсебеҙ Гөлфиә Мәҡсүтова репортажында.Рус теленән башҡортсаға йәки, киреһенсә сифатлы тәржемәне хәҙер автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһында эшләргә мөмкин. Был платформа айырыуса дәүләт ойошмалары, эшҡыуарҙар өсөн файҙалы. Күп кенә алтаҡталарҙа яҙыуҙар хаталы. Был законды боҙоу һәм уның өсөн яуаплылыҡ ҡаралған. Төрлө сайттарҙағы тәржемә лә күп осраҡта әҙәби нормаға тап килмәй. “БашТәржемә” платформаһындағы тәржемә өсөн белгестәр яуаплы. Тәржемәнең хаҡы бер символы 7 һум.Ә хаталы яҙыуҙарҙы осратҡан саҡта, махсус чат-ботҡа хәбәр итергә мөмкин. Ярты йыл эсендә виртуаль ярҙамсыға 50-гә яҡын мөрәжәғәт килгән.Башҡортостан халыҡтары телдәре тураһындағы законды тормошҡа ашырыу буйынса хөкүмәт ҡарамағындағы комиссия ултырышында район һәм ҡалаларҙан вәкилдәр ҡатнашты. Уларға урында “Баштәржемә” платформаһы мөмкинлектәре тураһында һөйләү бурысы йөкмәтелде. Яңы тәржемәсе менән сайтта, ҡушымта йәки Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша файҙаланырға мөмкин. Дәүләт һәм муниципаль учиреждениялар өсөн файҙаланыу бушлай . Платформа 1 июндән эшләй башлай.
Баштәржемә
Баштәржемә