Танылған журналист Мадриль Ғәфүров 90 йәшлек күркәм ғүмер байрамын ҡаршы алды. Билдәле журналистың илһамлы һәм тынғыһыҙ ижад юлы менән хәбәрсебеҙ Гүзәл Батыраева танышты.Аяҡтар йөрөп, күҙ күргәндә йыл һайын тыуған яғым Күгәрсен районына барып ҡайтам, тыуған ер үҙенә тарта, ти Мадриль Абдрахман улы.Мадриль Абдрахман улы Ғәфүров Күгәрсен районынының Мораҡ ауылында тыуа. Урта мәктәпте, һуңынан педагогия училищеһын тамамлап, Йыраҡ Көнсығыш флотында хеҙмәт итеп ҡайта. Юғары белемде Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында ала. Педагогия училищеһында уҡыған йылдарында ук газета-журналдарға мәҡәләләр яҙа башлаған талантлы егет, университетты тамамлағас тормошон журналистикаға бағышлый.1982 йылда Мадриль Ғәфүровтың журналист эше СССР һәм Рәсәй телерадиокомпанияһы менән бәйле. Лайыҡлы ялға киткәнсе ул Иҙел һәм Урал төбәген үҙ хәбәрсе сифатында арҡыры-буйға йөрөп сыға. Журналист эшендәге иң иҫтә ҡалғаны Оло теләк фажиғәһе тураһында сюжет эшләү, тип хәтерләй ул.Ғүмер буйы шиғырҙар яҙыуҙан туҡтамаған Мадриль Абдрахман улының рус һәм татар телендә шиғырҙар йыйынтығы ла донъя күрә.Билдәле журналистың илһамлы һәм тынғыһыҙ ижады күп конкурстарҙа бүләктәр менән билдәләнә. СССР Журналистлар берлеге конкурсы лауреаты, “Башкортстандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лә лайыҡ була Мадриль Абдрахман улы.
Мадриль Ғәфүров 90 йәшлек күркәм ғүмер байрамын билдәләй
Мадриль Ғәфүров 90 йәшлек күркәм ғүмер байрамын билдәләй