Нуриман районында «Кәкүк сәйе-2025» республика этно-фестивале ойошторола. Проект башҡорт халҡының милли-мәҙәни үҙенсәлеген, йолаларын, халыҡ байрамдарын һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән. Фестивалдә ҡатнашыусылар «Иң яҡшы сәй тантанаһы», «Кәкүктең иң яҡшы йола костюмы» һәм «Иң яҡшы фольклор коллективы» кеүек номинацияларҙа көстәрен һынай ала. Ҡунаҡтарҙы оҫталыҡ дәресе, башҡорт сәйен күрһәтеү, шулай уҡ халыҡ ижады әйберҙәре, ҡулдан эшләнгән биҙәүестәр һәм сувенирҙар күргәҙмәһе көтә. «Кәкүк сәйе» этно-фестивале тәүге тапҡыр Нуриман районында 2014 йылда уҙғарылғайны.
Кәкүк сәйе-2025
Кәкүк сәйе-2025