Мәктәп 21

Мәктәп 21
  • Мәктәп 21

Вуз-ара студенттар кампусының Геном үҙәгендә Мәктәп-21-ҙе астылар. Сарала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров һәм Рәсәй Һаҡлыҡ Банкы идараһы рәйесе Герман Греф ҡатнашты. Уның сиктәрендә 18 йәше тулған һәм IT-технологиялар өлкәһендә белем алырға теләге булғандар бушлай уҡый ала, бары тик һайлап алыу этабын үтергә кәрәк. Ғөмүмөн, республикала был өлкәлә белгестәр бик көслө, ә яңы белем усағы ярҙамында бында тағы ла күберәк йәштәрҙе йәлеп итәсәк. Әле Рәсәйҙә бындай 14 мәктәп бар. Өфөлә асылған мәктәп иң юғары кимәлдә эшләнгән тип белдерҙе Герман Греф. Мәктәптә «тигеҙ " уҡытыу методикаһы ҡулланыла, унда һәр кем һәр кемдән уҡый. Бында уҡытыусылар юҡ. Командала эшләү, үҙ-үҙеңде дисциплиналау, ваҡыт менән идара итеү, үҙ ҡарашыңды яҡлау һәм компромисс табыу һәләтен тәрбиәләй ул. Был мәктәптә белем алыусылар артабан биология, инженерия, медицина, геномика өлкәләрендә ҙур ярҙам күрһәтәсәк. Яңы быуын ғалимдар алдында белем усағы яңы перспективалар тыуҙыра, тип билдәләне республика башлығы.