Эшҡыуарлыҡ алып барыу өсөн иң яҡшы муниципалитеттар

Эшҡыуарлыҡ алып барыу өсөн иң яҡшы муниципалитеттар
  • Эшҡыуарлыҡ алып барыу өсөн иң яҡшы муниципалитеттар

Ҡариҙел, Благовещен райондары, Нефтекама ҡалаһы эшҡыуарлыҡ алып барыу өсөн иң яҡшы муниципалитеттар тип табылды. Башҡортостанда 2024-се йыл йомғаҡтары буйынса инвестиция стандартын ғәмәлгә ашырыу буйынса рейтингта тәүге урындарҙы алыусылар иғлан ителде. Тантаналы сарала республика башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Кәңәшмәлә шулай уҡ муниципалитеттарҙа эшлекле мөхит булдырыу буйынса иң яҡшы эштәр баһаланды. Ултырышта ҡатнашыусылар билдәләүенсә, тап урындағы кимәлдә ер биреү, инфраструктураға тоташтырыу йәки проекттар буйынса уртаҡ фекергә килеү кеүек эшҡыуарлыҡты борсоған мәсьәләләр хәл ителә. Кәңәшмәлә Стратегик инициативалар Агентлығы директорының беренсе урынбаҫары Игорь Карачин да ҡатнашты. Ул республикаға аҡса һалырға, уның артабанғы үҫешен тәьмин итергә теләүселәр менән ышанысҡа ҡоролған һөҙөмтәле эшмәкәрлек ҡоролоуын билдәләне.