Махсус хәрби операция башланыу менән ирҙәре янына барыуҙы аңлы рәүештә һайлаған ҡатын-ҡыҙҙар күбәйҙе. Улар шәфҡәт туташы ла, табип та түгел, ә фронт тормошоноң бар михнәтен яҡындары менән бергә уртаҡлашырға ҡарар иткән гүзәл заттар. Батыр йөрәкле ҡатын-ҡыҙҙар менән хәбәрсебеҙ Илдар Байбулатов осрашты. "Хан" ҡушаматлы яугир өсөн бөгөн айырыуса иҫтәлекле көн. Ғәҙҙәттә ул ярты йыл һайын тыуған яғына отпускка ҡайтһа, был юлы уның янына кәләше үҙе килгән. Биш бала әсәһе, ара алыҫ тип тормай, шәхси автомобилендә юлға сығырға батырсылыҡ итеп, көтөп алынған осрашыу минуттарын яҡынайтты. Сираттағы отпускка тиклем ике ваҡыт булыуын иҫәпкә алып, Хисмәтуллиндар махсус хәрби операция биләмәһендә күрешергә ҡарар иткән. Яугирҙың ошо көндәрҙә юбилейын билдәләгән һөйгән йәре ире менән осрашыуҙы тыуған көнөнә иң ҙур бүләк булыр тигән фекергә килгән.Хәмдиә Әбделғазина физика уҡытыусыһы. Быйылғы уҡыу йылында ул Луганск Халыҡ республикаһы мәктәптәренең береһендә балаларға белем бирә. Ике йыл элек уның тормош иптәше контракт төҙөгәс Хәмдиә Зиннур ҡыҙы ла алғы һыҙыҡҡа күсеп килә. Тәүҙә хәрбиҙәргә ашарға бешерә, һуңынан мәктәптә эшләй башлай. Тәжрибәле уҡытыусынан мәктәп коллективы ла, балалар ҙа уңа. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә Хәмдиә Зиннур ҡыҙы үҙен көслө уҡытыусы, тәжрибәле тәрбиәсе итеп таныта. Ҡатыны балаларҙы белем тауына әйҙәгәндә, "Куба" ҡушаматлы яугир ватанды һаҡлай. Ул "Башҡортостан" полкының ремонт ротаһында хеҙмәт итә. Һәр ял һайын Хәмдиә Зиннур ҡыҙы ире хеҙмәт иткән ротаға килә. Ул тормош иптәшен үҙе бешергән ризыҡтар менән һыйлай, блиндажда өй мөхите тыуҙырырға тырыша.
Һөйгән йәреңдең эргәһендә булыуға бер нәмә лә ҡамасауламай
Һөйгән йәреңдең эргәһендә булыуға бер нәмә лә ҡамасауламай