Был сараны «Росгвардия»-ның йыр һәм бейеү ансамбле ойоштора. Башҡортостанда ул беренсегә уҙҙы. Альбина Зәйнетднова дауам итә. Бишкәктән Алыҫ Көнсығышҡа тиклем. Фестиваль Рәсәйҙең төрлө мөйөштәренән талантлы хәрбиҙәрҙе бер урында тупланы. Ҡатнашыусылар һәләттәрен күрһәтте, үҙ ижадын башҡаларға бүләк итте. Сәхнәлә — бәйгеселәрҙең иң –иңдәре. Уларҙың сығыштарында, әйтерһең, илдең хәрби тарихы сағыла. Хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең маһирлығын республика башлығы ла баһаланы. Был фестивалдә «Росгвардия»-ның Себер округы йыр һәм бейеү ансамбле икенсе йыл рәттән Гран-при яулай. Коллектив етәксеһе Андрей Чистяков әйтеүенсә, сығышта техниканы ғына түгел, тотош драматургияны төҙөй белеү мөһим. Өфөлә тамашасылар алдында «Росгвардия»-ның төп округтары вәкилдәре — погондарҙа өс йөҙҙән ашыу артист сығыш яһаны. Сарала шулай уҡ милли гвардияның Үҙәк музейының күсмә күргәҙмәһе эшләне. Унда тәртип һаҡлау ғәскәрҙәренең ижади традицияларының сығанаҡтары урын алған. Фестиваль үҙенең төп миссияһын үтәне. Ысын көс ҡоралда ғына түгел, ә ижад, моң аша еткерелгән хәтерҙә лә.
Өфөлә «Мелодия на страже» тип исемләнгән фестиваль тамамланды
Өфөлә «Мелодия на страже» тип исемләнгән фестиваль тамамланды