Билдәле мотоуҙышсы Николай Красников вафат булды

Билдәле мотоуҙышсы Николай Красников вафат булды
  • Билдәле мотоуҙышсы Николай Красников вафат булды

Башҡортостан һәм Рәсәй спорты өсөн оло юғалтыу. Уҙған төн боҙҙа мотоуҙыш буйынса 20 тапҡыр донъя чемпионы Николай Красников һәләк булды. Ул аварияға осраған. Юл-транспорт ваҡиғаһы Кушнаренко районы биләмәһендәге трассала була. Билдәле спортсы Лада Гранта автомобилендә ҡаршы килгән “Ситрак” йөк машинаһы һәм “Газель” менән бәрелешә. Республика башлығы Радий Хәбиров Николай Красниковтың яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашыуын белдерҙе. Республика хөкүмәте вице-премьеры, спорт министры Руслан Хәбибов “Башҡортостан өсөн оло юғалтыу”, — тип яҙа социаль селтәрҙә. Шәхси уҙыштарҙа 8 тапҡыр, команда беренселектәрендә 12 тапҡыр донъя чемпионы исемен яулаған Николай Красниковҡа 40 йәш ине.