Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә тәҡдим ителгән ярҙам саралары күләме буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында беренсе урында тора. Был турала хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Руслан Хәбибов белдерҙе.
Республикала үткән байрам сараларанынан алып, медицина, мәғариф системаһы торошона тиклем. Оператив кәңәшмәлә уҙған аҙналағы иң ҙур ваҡиғаларға баһа бирелде, алдағы көндәргә пландар билдәләнде. Башҡортостандың Инвестиция климаты буйынса милли рейтингы һөҙөмтәләренә айырым иғтибар бүленде. БР Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов муниципалитеттарҙа инвестиция мөхитен яҡшыртыу буйынса башҡарылған эш һөҙөмтәләре менән бүлеште. Ошо йүнәлештә бойомға ашырылған проекттар һәм башҡарылған эштәр буйынса Башҡортостан тәжрибәһе бөтә Рәсәй буйынса иң яҡшыһы тип баһалана.
Республикала медицинаның беренсел системаһын үҫтереү — иң өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе. Был мәсьләгә оператив кәңәшмәлә йәнә баҫым яһалды. Башҡортостан һаулыҡ-һаҡлау өлкәһенең беренсель звеноһын модернизациялауға федераль аҡса алыуы ихтимал. Яҡын арала Рәсәй һаулыҡ-һаҡлау министрлығы төбәктәргә дотациялар бүлеү мәсьәләһен хәл итергә тейеш, тине Радий Хәбиров.
Халыҡтың именлеге һәр ваҡыт беренсе урында. Республикала граждандарҙың айырым категорияларына GSM-модулле янғынды иҫкәртеү ҡоролмалары тапшырыла башланы. Был хахта Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов белдерҙе. Аҡыллы ҡоролма шунда уҡ бер-нисә адресҡа – опекаға, туғандарына, ауыл хакимиәтенә сигнал ебәрә. Пилот проетҡа әлегә Ауырғазы, Бөрө, Благовещен, Дәүләкән, Ҡариҙел, Мишкә һәм Өфө райондары ингән.
Кәңәшмәлә шулай уҡ Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн тәҡдим ителгән ярҙам сараларының киңәйтелеүе тураһында һүҙ барҙы. Ҡәҙимге ярҙам сараларына теш протездары менән тәъмин итеү, физкультура-һауыҡтырыу хеҙмәте өсөн сертификаттар тәҡдим итеү, планлы рәүештә госпитализацияны тиҙләтеү һәм ошо ярҙам сараларын алыуҙы өйҙән сыҡмай ғына юллау хеҙмәте ингән.