Башҡортостанда 1 аҙнала 14 кеше һыуға батып үлгән

Башҡортостанда 1 аҙнала 14 кеше һыуға батып үлгән
  • Башҡортостанда 1 аҙнала 14 кеше һыуға батып үлгән

Республикала һыуға батып үлеү осраҡтары арта. Үткән аҙнала ғына Башҡортостан һыу ятҡылыҡтарында 14 кеше һыу ҡорбаны булған, шуларҙың өсәүһе балалар. Әле ҡотҡарыусылар тағы ла өс кешене эҙләү эштәрен алып бара. Стәрлетамаҡта йыһазландырылмаған урында һыу инеп бер юлы ике кеше һәләк булды. Ата-әсәһе батып барған балаларын ҡотҡарырға тырышып үҙҙәре һыу төбөнә китә.

Һәләк булған ирҙе Ашҡаҙар йылғаһынан икенсе көндө водолаздар сығара. Ҡыҙ әле дауаханала, уның менән психологтар эшләй. Бындай фажиғәле хәлдәр теромометрҙағы билдә менән бергә арта. Көндөң эҫе тороуы арҡаһында халыҡ күпләп һыу ятҡылыҡтарына тартыла. Өҫтәүенә ял итеүселәр йыш ҡына йыһазландырылмаған пляждарға бара. Һыу инеү миҙгеле башланғандан алып республикала 12 кеше батып үлгән, уларҙың икәүһе-балалар.

Һыу инеү өсөн тәғәйенләнмәгән урындарҙа ИҪКӘРТЕҮ таҡталары ла бар, республикала һыу инеү миҙгеле башланғандан алып даими рейдтар ҙа үткәрелә тик уларҙан файҙа юҡ, ти ҡотҡарыусылар..

Нәзир Ниғмәтуллин һыу янында йыш ял итә, тик йөҙөүгә ҡарағанда малай балыҡ тотоуҙы өҫтөн күрә. Был юлы ул пляжға әсәһе менән килгән.

Шулай ҙа йәш балыҡсыға аңлатыу эше артыҡ түгел. Һыуҙа үҙ-үҙеңде тотоу тураһындағы мәғлүмәт менән буклет тапшырыла. Әммә, эксперттар билдәләүенсә, күп осраҡта һүҙҙәр генә етмәй. Шул саҡта ауыр артиллерия ярҙамға килә.

Рейдтар менән бәйлеме, юҡмы, әммә был юлы һыу инеүселәр рәсми пляжда күп ине. Бәғзе берәүҙәрҙең был даими ял итеү урыны.

Быйыл Стәрлетамаҡта ғына өс пляж эшләй, июль башында тағы ла бер пляж асыла. Республикала бөтәһе 200-гә яҡын ял нөктәһен йыһазландырыу күҙаллана.

Баймаҡ районының Мерәҫ ауылы эргәһендәге Граф күленән урындағы халыҡ 37 йәшлек ҡатындың үле кәүҙәһен сығарған. Ул Граф туристик үҙәгендә рөхсәт ителмәгән урында һыу ингән, ярҙан 70 метр алыҫлыҡта йөҙгән һәм кинәт бата башлаған. Уның Силәбе өлкәһенән ялға килгәне билдәле. Баҡалы районының Ғәлиулла ауылындағы быуала һәләк булған 50 йәшлек Үзбәкстан гражданинын сығарғандар. Ваҡиға шаһиттары әйтеүенсә, һәләк булған ир иҫерек килеш рөхсәт ителмәгән урында һыу ингән.

Синоптиктар беҙгә эҫе йәй вәғәҙә итә. Тимәк, ҡомлоҡтарҙа ла халыҡ күп буласаҡ. Һыу инеү өсөн йыһазландырылған нөктәләргә өҫтөнлөк биреү яҡшыраҡ. Ял иткәндә спиртлы эсемлек ҡулланыуҙан баш тартырға кәрәк, ә балаларҙы һыу буйында ҡарауһыҙ ҡалдырмау хәйерле.