Был бөгөн иртәнге сәғәттәрҙә үк һиҙелде. 30 градуслы эҫе һауа торошо болот һәм ел менән алышына. Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса бөгөн республика биләмәләрендә ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа. Айырым райондарҙа йәшен һәм көслө ел сығыуы, боҙборсаҡ яуыуы ихтимал. Температура 22-27 градус тирәһендә ҡала. Алдағы ике көндә лә болотло була, урыны менән ямғыр, һауа температураһы тағы ла түбәнгәрәк төшә.