Боҙҙа мотоуҙыш буйынса 20 тапҡыр донъя чемпионы юл-транспорт фажиғәһендә һәләк булды. Кушнаренко районындағы трассала уның Лада Грантаһы ҡаршы килгән йөк автомобилдәре менән бәрелеште.
Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәне Республика Башлығы мәрхүмдең яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашыу һүҙҙәре менән башланы. Радий Хәбиров билдәләүенсә, Николай Красниковтың үлеме республика өсөн оло юғалтыу.
Һәр саҡ алға, яңы еңеүҙәргә ынтылыш уның көслө сифаттарының береһе ине. Николай Красников бер нисә йыл рәттән иң юғары баҫҡыстан төшмәне. Мотоуҙыш буйынса 20 тапҡыр донъя чемпионы титулын да әлегәсә бер кемдең дә яулағаны юҡ.
Мотоспорт менән Николай Красников тыуған Ҡурған өлкәһе Шадринск ҡалаһында шөғөлләнә башлай. 15 йәшендә өмөтлө спортсыны Өфөгә саҡыралар. Ул үҙ сығыштары менән Башҡортостан тамашасыһында мотоспортҡа ҙур һөйөү уята.
Рәис Мостафин Николай Красниковты Өфөгә килгән көнөнән алып белә. Ул үҫмер сағынан еңеүсе рухын сағылдырҙы, башҡаларға өлгө күрһәтә белде ти тренер.
Николай Красников ҙур спорт карьераһын 2023 йылда тамамланы. Ошо ваҡытта уға Башҡортостандың атҡаҙанған физик култура хеҙмәткәре исеме бирелде. Ярыштан һуң ул боҙло трассаға сығып мотоциклдың бер тәгәрмәсендә почетлы сығышын күрһәтте.
Вилли трюгы төшөрөлгән фотоһүрәт хәҙер Николай красниковтың буш ҡалған эш бүлмәһендә лә эленеп тора. Ошонда уҡ тиҫтәләрсә Кубок һәм дипломдары урын алған. Николай Красников ике йылдан ашыу Гастелло исемендәге спорт мәктәбен етәкләй һәм Ғабдрахман Ҡадыров исемендәге техник спорт төрҙәе үҙәгендә баш тренер була.
Һәләтле спортсы ғына түгел, яуаплы етәксе итеп тә таныта үҙен Николай Красников. Һуүғы йылдарҙа спорт мәктәбе һиҙелерлек булып үҙгәрҙе тип билдәләй уның коллегалары.
Ул һәр кем менән уртаҡ тел таба белде, остаз да, дуҫ та ине... Николай Красников Башҡортостан ғына түгел Рәсәй мотоспорты өсөн оло юғалтыу.
Нефтекамға һуңғы коммандировкаһы ла уның тынғыһыҙ эше менән бәйле була. Унда 21 июнь мотокросс буйынса республика чемпионатының беренсе этабы үтәсәк. Әммә кире юлда билдәле спортсы фажиғәле аварияға эләгә. Николай Красников менән хушлашыу бөгөн көндөҙгө сәғәт 3-тә үҙе етәкләгән Гастелло исемендәге спорт мәктәбендә үтә.