Башҡортостан ФАП, поликлиникалар ремонтлауға аҡса ала

Башҡортостан ФАП, поликлиникалар ремонтлауға аҡса ала

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһенең беренсель звеноһын модернизациялауға федераль ярҙам булыуы ихтимал. Был турала хөкүмәттәге Оператив кәңәшмәлә Республика башлығы белдерҙе. Республикала медицинаның беренсел системаһын үҫтереү  — иң өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе булып ҡала. Был мәсьләгә оператив кәңәшмәлә йәнә баҫым яһалды. Яҡын арала Рәсәй һаулыҡ-һаҡлау министрлығы төбәктәргә дотациялар бүлеү мәсьәләһен хәл итергә тейеш, тине Радий Хәбиров. Аҡсаларҙы һөҙөмтәле файҙаланыу бурысы ҡуйыла.