Унда ҡатнашыусылар менән Республика башлығы Радий Хәбиров осрашты. 6 июндә Мәскәүҙә старт алған экспедиция Үҙәк Азия менән Рәсәйҙең утыҙҙан ашыу ҡалаһы аша үтә. Бизнес вәкилдәре ғилми берләшмә ағзалары, журналистар һәм блогерҙар мәҙәниәт һәм медиа өлкәһендә тиҫтәләп сара уҙғарасаҡ. Фәнни сессиялар, бизнес-форумдар, мәҙәни саралар һәм осрашыуҙар, былар барыһы ла яңы горизонталь бәйләнештәр булдырыуға, дөйөм тарихи-мәҙәни киңлекте нығытыуға һәм Үҙәк Евразияла тотороҡло хеҙмәттәшлек өсөн платформа булдырыуға йңнәлтелгән. Экспедицияның маҡсаты-Үҙәк Азияның һәм Рәсәйҙең әүҙем, ижади һәм инициативалы кешеләрен берләштереү.
51 көн дауам итәсәк экспедиция сиктәрендә ҡатнашыусылар 8 мең саҡрымдан ашыу юл үтәсәк. Үҙәк Азияның һәм Рәсәйҙең 30 ҡалаһына, шул иҫәптән Рәсәйҙең ете төбәгенә һәм Үҙәк Азияның биш иленә: Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан һәм Тажикстанға барасаҡ. Башҡортостанға экспедиция бөгөн тамамлана. Өс көндә улар өсөн бай эшлекле программа, туризм буйынса панель дискуссия, тематик семинарҙар, түңәрәк өҫтәлдәр уҙғарылған.