Башҡортостанда киндер эшкәртеүсе тәүге завод эш башланы

Башҡортостанда киндер эшкәртеүсе тәүге завод эш башланы
  • Башҡортостанда киндер эшкәртеүсе тәүге завод эш башланы

Бүздәк районында урынлашҡан үҙенсәлекле предприятие менән эш сәфәре барышында Республика башлығы Радий Хәбиров танышты. Ойошма үҫемлекте сәсеүҙән алып тәрән эшкәртеүгә тиклемге эште яйға һалған. Быйыл 1 мең гектар майҙан сәселгән. Уңыш яҙҙан уҡ йыйып алына һәм ярты йыл дауамында эшкәртәләр. Бында сәғәтенә 300 килограмм әҙер продукция етештерелә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республика өсөн үҙенсәлекле проект апрель айында Инвестиция сәғәтендә төҡдим ителгәнйе. Радий Хәбиров уға өҫтөнлөклө статус бирергә ҡарар итте.