Башҡортостан предприятиелары импортты алмаштырыуға 118 миллион һумлыҡ инвестиция йәлеп иткән

Башҡортостан предприятиелары импортты алмаштырыуға 118 миллион һумлыҡ инвестиция йәлеп иткән

Был турала социаль селтәрҙә Республика башлығы Радий Хәбиров белдерҙе. “Һүҙ станоктар төҙөү һәм нефть химияһы сәнәғәте кластерҙарына ҡараған 4 компания тураһында бара. Импортты алмаштырыу- үҙ технологияларыңды үҫтереү һәм алға ебәреүгә ҙур мөмкинлек булып тора. Кластерҙарға ҡараған предприятиелар, төрлө судсидиялар, страховка иғәләнәләрен кәметеү, ташатамалы кредит кеүек өҫтәмә дәүләт ярҙамына дәғүә итә ала. Рәсәйҙәге барлыҡ кластерҙарҙың 4-тән бер өлөшө Башҡортостанға тура килә. Улар республиканың 307 предприятиеһын берләштерә. Беҙҙең төбәк был эш буйынса, һис шикһеҙ лидер”,-тип яҙған Радий Хәбиров.