Быйыл ул дүртенсе тапҡыр ойошторола һәм Мишкә районы биләмәһендә уҙғарыла. Ошо хаҡта «Башҡортостан» теле-радиокомпанияның матбуғат үҙәгендә үткән конференцияла һөйләнеләр.
Сара күп милләтле республикабыҙ халыҡтарының туған телен һәм мәҙәниәтен пропагандалау, милли традицияларҙы үҫтереү, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарыбыҙға һәм уларҙың ғаиләләренә социаль һәм психологик ярҙам күрһәтеү маҡсаты менән үткәрелә. Фестивалдә һәр теләгән кеше ҡатнаша ала. Ҡунаҡтарҙы халыҡ дауалаусылары ҡабул итеүе, кәсептәр йәрминкәһе, юридик десант, табиптарҙың лекциялары, төрлө оҫталыҡ дәрестәре, фольклор коллективтарының сығыштары көтә.