Әлегә был бәләкәй вольер ғына, унда 2000-ләгән йән эйәһе йәшәй. Әммә Красноусол ауылында йәшәүсе эшҡыуарҙың маҡсаты- йылына тоннаға тиклем ҡусҡар үрсетеү. Был ҡабырсаҡлы молюскалар эшҡыуарҙы нимәһе менән ҡыҙыҡтырған?
Диңгеҙ аръяғынан килтерелгән майлы культуралар бында 2000-ләгән ҡусҡар үҙен өйҙәге кеүек тойһон өсөн махсус рәүештә ултыртылған. Әммә улар менән һоҡланыр өсөн вольерға төндә фонарь менән килеү яҡшыраҡ.
Әле Удмуртиянан Ғафури районында йәшәүсе Тәслимә Хәсәнованың хәстәрлекле ҡулдарына ошондай илле мең ҡусҡар килә ятә. Көҙгә улар үҙ тоҡомдарын сыҡара башлаһа вальерҙы киңәйтергә тура киләсәк. Ҡусҡарҙар тоҙҙан ҡурҡа икән. Юғиһә улар күптән сығып ҡасырҙар ине.
Ҡорһаҡлы моллюск Helix Aspersa Müller малдарҙы туҡландырыу өсөн ҡулланылған ҡусҡар.Ул беҙҙең киңлектәрҙәге һауа шарттарына түҙемлелеге менән айырылып тора. Шулай уҡ, тәмле лә икән. 5 өлкән моллюск кешегә аҡһымдың тәүлек нормаһын бирә.
Ҡусҡарҙың тештәре уның телендә урынлашҡан. Бесәйҙең ҡытыршы теле кеүек.
Моллюск бүлеп сығарған муцин, йәғни, лайла косметологияла һәм медицинала яраларҙы дауалау көсөнә эйә, әммә башта бактерияларҙан таҙартыуҙы талап ителә.
Ҡусҡар баҙарҙа ҙур ихтыяж менән файҙалана. Ыуылдырығы балыҡтыҡынан ҡиммәтерәк тора. Ҡусҡар ҡалдыҡтары ла элиталы сәскәләр үҫтереү өсөн ҡулланыла. Дөйөм алғанда, Тәслимә Хәсәнова үҙенең яңы шөғөлөнә оло ниәттәр бағалай. Райондан да ярҙам бар.
Киләһе йәйҙән ҡусҡар етештереү күләмен йылына тоннаға тиклем еткереү планы бар. Шулай уҡ ресторан асып, туристарҙы йәлеп итеү. Ғафури районы үҙенең изге урындары, шифалы шишмәләре, тәбиғәт ҡомартҡылары менән дан тота. Хәҙер үҙенең Helix Aspersa Müller ҡусҡарҙары ла буласаҡ.