Был исемгә Өфөнән Эльвина Аймағамбәтова лайыҡ булды. Ул Мәскәү калейдоскобы Бөтә Рәсәй ярыштарынды яңғыҙ сығыш яһап Рәсәй спорт мастеры нормативын үтәгән.
Эльвина синхрон йөҙөү менән һуң ғына шөғөлләнә башлай, әммә һигеҙ йыл эсендә иҫ киткес һөҙөмтәләргә өлгәшә. Ҡыҙ бәләкәйҙән художестволы гимнастика, халыҡ бейеүҙәре менән дә шөғөлләнә, әммә күңелем һәр саҡ спортҡа тартылды ти.
Ҡартатаһынан үрнәк алып ҡыҙ, спорт ярыштарында ҡатнашып, көс һынай һәм уңыштарға өлгәшә башлай.
Эльвина республика тарихында синхрон йөҙөү буйынса беренсе булып Рәсәй спорт мастеры нормативын үтәй, техник программала ул 210 балл йыя. Бының өсөн ҡыҙ, аҙнаһына алты көн иртән һәм кисен бассейндан сыҡмай шөғөлләнә. Уның ҡаҙанышы республика өсөн дә ҙур уңыш һәм яҡшы күрһәткес.
Башҡортостанда ҡыҙҙарҙың ошо матур спорт төрө менән шөғөлләнеүен теләйем. Улар юғары һөҙөмтәләргә өлгәшһен өсөн барыһын да эшләйәсәкмен ти йәш спортсы. Ярыштарҙа Башҡортостандан тағы ла дүрт ҡыҙ нормативты үтәүгә яҡын була. Хәҙер ил беренселегенә шундай уҡ юғары маҡсаттар ҡуябыҙ, тип билдәләне спортсының остазы.
Синхрон йөҙөү буйынса Башҡортостандан тәүге спорт мастеры Эльвина әлеге ваҡытта Башҡорт Дәүләт педогогия универститетының физик культура факультетында белем ала һәм киләсәктә үҙе лә тренер булырға хыяллана. Ул балаларға остаз булып үҙ өлгөһөндә чемпиондар тәрбиәләү маҡсаты менән янып йәшәй.