Өфөлә билдәле спортсы Николай Красников менән хушлаштылар

Өфөлә билдәле спортсы Николай Красников менән хушлаштылар
  • Өфөлә билдәле спортсы Николай Красников менән хушлаштылар

Боҙҙа мотоуҙыш буйынса 20 тапҡыр донъя чемпионы юл-транспорт фажиғәһендә һәләк булды.

Матәм сараһы Николай Красников етәкселек иткән Өфөләге Гастелло исемендәге спорт мәктәбендә үтте. Бында билдәле спортсының яҡындары, тәрбиәләнеүселәре, тоғро көйәрмәндәре йыйылды. Уның үлеме донъя мотоспорты өсөн оло юғалтыу булды.

Боҙҙа мотоуҙыш буйынса 20 тапҡыр донъя чемпионы – был рекордты әлегә бер кем дә үткәне юҡ. Николай Красников хәтерен мәңгеләштереү маҡсатында уның исемен йөрөткән ярыштар уҙғарыу тәҡдиме яңғыраны. Билдәле спортсыны Гастелло майҙанынан һуңғы юлға мотоциклдар тауышы һәм алҡыштар менән оҙаттылар. Уны тыуған яғында Ҡурған өлкәһе Шадринск ҡалаһында ерләйҙәр.