Өфөлә транспорт күҙәтеү идаралығы чиновнигы ҡулға алынды - ул ришүәтселектә ғәйепләнә

Өфөлә транспорт күҙәтеү идаралығы чиновнигы ҡулға алынды - ул ришүәтселектә ғәйепләнә
  • Өфөлә транспорт күҙәтеү идаралығы чиновнигы ҡулға алынды - ул ришүәтселектә ғәйепләнә

Енәйәтте Федераль именлек хеҙмәте асыҡлаған. Волга буйы төбәк-ара транспорт күҙәтеүе идаралығы етәксеһенең элекке урынбаҫары Тимур Мөхәмәтйәнов төҙөүсенән ике аралашсы аша 450 мең һум аҡса алған. Сумма ике өлөштә күсерелгән. Һөҙөмтәлә чиновник ауыр йөк машиналарының саманан артыҡ тейәп юлда йөрөүенә күҙ йоморға, компанияны ҙур штрафтарҙан ҡотҡарырға вәғәҙә иткән.

Ғәйепләнеүсе комментарийҙарҙан баш тарта. Быға тиклем республика юл һәм транспорт хужалығы менән еткселек иткән Тимур Мөхәмәтйәновты тикшереү ваҡытына 2 айға иркенән мәхрүм иттеләр. Уның ғәйебе асыҡланһа 7 йылдан 12 йылға тиклем колонияға оҙатыуҙары ихтимал.