Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумында Башҡортостан үҙенсәлекле экспозиция тәҡдим итте

Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумында Башҡортостан үҙенсәлекле экспозиция тәҡдим итте
  • Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумында Башҡортостан үҙенсәлекле экспозиция тәҡдим итте

Осрашыуҙар һәм килешеүҙәр төҙөү майҙансығы итеп Өфөләге көрәш һарайының миниатюр күсермәһе ҡуйылған. Ә ҡунаҡтарҙы 6 метрлығ айыу һыны ҡаршы ала. Бөгөн Санкт Петербургта үҙ эшен башлаған иҡтисад форумында Башҡортостан стенды иң ҙурҙарының береһе. 390 квадрат метр майҙанда республиканың инновацион һәм инвестицион потенциалы күрһәтелә. Экспозиция ҡунаҡсыллыҡ рухы менән байытылған һәм йылдам үҫешеүсе төбәкте сағылдыра. Петербургтағы форум йылдың төп иҡтисади сараларының береһе, Башҡортостан йыл да унда күләмле кейс менән ҡайта. Быйыл 100 миллиард һумлыҡ килешеүҙәргә ҡул ҡуйыу күҙаллана.