Бөгөн Өфөлә иң изге һөнәр эйәләре - медицина хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары тапшырылды

Бөгөн Өфөлә иң изге һөнәр эйәләре - медицина хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары тапшырылды
  • Бөгөн Өфөлә иң изге һөнәр эйәләре  - медицина хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары тапшырылды

Тәбрикләү тантанаһы Ауыл хужалығы министрлығының Колонналы залында үтте. Аҡ халатлыларҙы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев тәбрикләне. Урал Таһир улы республиканың төрлө район-ҡалаларынан килгән табиптарға Лука Крымский, Хеҙмәт ҡаһарманлығы, Бәләнән ҡотғарған өсөн миҙалдары, почетлы исемдәр, грамоталар тапшырҙы. Шулай уҡ табиптарға еңел булмаған эштәрендә түҙемлек, һаулыҡ теләне, фиҙәҡәр хеҙмәттәре өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.