Башҡортостан йөрәк ауырыуҙарын дауалауҙа яңы кимәлгә сыға

Башҡортостан йөрәк ауырыуҙарын дауалауҙа яңы кимәлгә сыға
  • Башҡортостан йөрәк ауырыуҙарын дауалауҙа яңы кимәлгә сыға

Йөрәктән йөрәккә. Башҡортостан йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын дауалау буйынса алдынғылар рәтендә нығына. Яңыраҡ асылған Өфөләге кардиология үҙәгенең яңы хирургия корпусы иң ҡатмарлы операцияларҙы башҡарыу мөмкинлеге бирә. Был мөмкинлектәр менән һаулыҡ һаҡлау министры төбәктең блогерҙарын һәм журналистарын яҡындан таныштырҙы. Матбуғат турында хәбәрсебеҙ Нурия Ғилмуллина ла булып ҡайтты.

Рәшит Әхмәтов Стәрлетамаҡ ҡалаһынан. Ул 5 йыл буйы күкрәге ҡыҫылыуынан интегә. Хатта 100 метр арауыҡты ла иркенләп үтә алмай инем, ти ир. Кардиология үҙәгендә тикшеренеүҙәр үткәс уның ҡан тамырҙары төйөлөүе асыҡлана. 9-сы июндә заманса хирургия үҙәгендә пациентҡа операция эшләйҙәр: аяғынан таҙа ҡан тамырҙарын алып зарарлылары урынына ултырталар. Хәҙер миңә башҡалар кеүек үк хәрәкәт итергә бер нимә лә ҡамасаулай алмай, тип ҡыуана пациент.

Әлбиттә, сөнки бында пациенттар өсөн барыһы ла ҡулайлаштырылған. Быны төбәк блогерҙары һәм журналистары үҙәктә үткән пресс-тур сиктәрендә үҙ күҙҙәре менән күрҙе. Яҡты, ҙур бүлмәләрҙә хатта мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн дә бөтә уңайлыҡтар тыуҙырылған.

Яңы корпустың йөрәге булып операция бүлмәләре тора. Тик унда инер алдынан һәр табип ҡурғашлы алъяпҡыс кейергә тейеш. Уларҙың ауырлығы 14 килограмға етә.

Кардиология үҙәгенең яңы бинаһында дөйөм алғанда 6 хирургия бүлеге һәм 2 операция блогы эшләп килә. Уларҙың һәр береһе заманса технологиялар менән йыһазландырылған. Киң мәғлүмәт саралары вәкилдәренә операция бүлмәләре тураһында Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин үҙе һөйләне.

Журналистар ингән ваҡытта блокта операцияға әҙерлек бара ине.

Бындағы заманса ҡоролмалар пациент өсөн дә, хирургтар өсөн дә бик уңайлы тип белдерҙе табиптар.

Йөрәк-ҡан тамырҙары хәүефе менән идара итеү үҙәге яңы бинаның мейеһе тип әйтергә була

Үҙәк белгестәре ЭКГ-ны асыҡлауҙа ярҙам итә һәм кәрәк булғанда пациенттарҙы ниндәй операция бүлмәһенә оҙатыуҙы координациялай.

Яңы бинала шулай уҡ диагностика кабинеттары менән ҡабул итеү бүлеге, поликлиника, реанимация блогы, рентген һәм кардиохирургия бүлексәләре урынлашҡан. Яңы хирургия корпусы Радий Хәбиров башланғысы менән 2019-сы йылда төҙөлә башланы. Рәсми асыу тантанаһында Башҡортостан башлығы ил президентына хирургия корпусының төбәктә йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары менән көрәш системаһының тулы ябыҡ циклы формалашыуы хаҡында хәбәр итте.

Бөгөн Рәсәй медицинаһы ҡан әйләнеше системаһы ауырыуҙарын еңер өсөн етди көрәш алып бара. Тарихи үлем минимумы-илдең ҡаҙанышы, унан һуң ғүмер оҙайлығы арта һәм демографик хәл яҡшыра. Бынан тыш, юғары технологиялы дауалау ысулдарын ҡулланыу мөмкинлеге арта: Рәсәйҙә бындай операциялар һаны 39 процентҡа артҡан, шул уҡ ваҡытта миокард инфарктынан дауаханала үлем осраҡтары 25 процентҡа кәмегән. Владимир Путин һаулыҡ һаҡлау системаһын үҫтереүгә айырыуса иғтибар бүлә. Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары менән көрәш буйынса эҙмә-эҙлекле дәүләт сәйәсәте үҙ һөҙөмтәһен бирә. Республика кардиология үҙәгенең яңы хирургия корпусы барлыҡҡа килеү республиканы сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү буйынса алдынғылар рәтенә сығара.