Өфөлә «Берҙәмлектә – көс» тип исемләнгән хәйриә концерты үтте

Өфөлә «Берҙәмлектә – көс» тип исемләнгән хәйриә концерты үтте
  • Өфөлә «Берҙәмлектә – көс» тип исемләнгән хәйриә концерты үтте

Был сара Ватанды һаҡлаусыларға оло рәхмәт белдереү өлгөһө. Концертта Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, яуҙа һәләк булған һалдаттарҙың туғандары, шулай уҡ тылда әүҙем ярҙам күрһәтеүсе ирекмәндәр ҡатнашты. Гөлфиә Мәҡсүтова теманы дауам итә.

«Берҙәмлектә – көс!». «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үткән хәйриә концерты патриотик рух менән һуғарылған. Проекттың төп маҡсаты-илебеҙҙе һәм граждандарҙың тыныс тормошон яҡлаған хәрбиҙәргә рәхмәт белдереү.

Сараға Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, унда һәләк булған яугирҙарҙың ғаилә ағзалары, республиканың бөтә муниципалитеттарынан фронтҡа ярҙам күрһәткән ирекмәндәр саҡырылды. Дәүләт йыйылышы депутаттары хәрбиҙәр һәм уларҙың яҡындары өсөн билеттарҙы үҙ иҫәбенә алды.

«Башҡортостан» Дәүләт концерт залы фойеһында «Ватанды һаҡлаусының әсәһе» һәм «Ватанды һаҡлаусының атаһы» тип аталған күргәҙмәләр ойошторолдо. Фотоларҙа батырҙарса һәләк булған яугирҙарҙың ата-әсәләре, улар ҡулдарына улдарының портреттарын тотоп тора. Шулай уҡ фойела юристар һәм медицина белгестәренән консультация алырға мөмкинлек булды.

Был кистә яугирҙәр Шулай уҡ Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай наградаларын һәм хәрби хәрәкәттәр ветераны танытмаларын ала. Уларҙы төбәк парламенты рәйесе Константин Толкачев тапшырҙы.

Һуңынан ҡунаҡтар өсөн концерт программаһы ойошторолдо. Хәрби дуҫтар менән осрашып, концерт ҡарап, ял иттек ти был сараға йыйылыусылар.

Концертта, башҡорт эстрадаһының билдәле, халыҡ һөйөүен яулаған артистар ҡатнашты. Улар, тыуған яҡҡа һөйөү, мөхәббәт һәм патриотик йырҙар йырлап, залда ултырыусыларҙың күңелен арбаны.

Билеттар һатыуҙан һәм иғәнәләрҙән килгән килем махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеүгә йүнәлтеләсәк.