Башҡортостанда мәктәп уҡыусылары өсөн географик минимум булдырыла

Башҡортостанда мәктәп уҡыусылары өсөн географик минимум булдырыла
  • Башҡортостанда мәктәп уҡыусылары өсөн географик минимум булдырыла

һәм туристик паспорт индерелә. Ошондай тәҡдим Республика башлығының география уҡытыусылары менән осрашыуында еткерелде. Шишмә районындағы «Патриот» паркында үткән слетта Радий Хәбиров мәғариф һәм фән министрлығына Рус география йәмғиәтенең урындағы бүлексәһе менән берлектә был мәсьәләне өйрәнергә һәм балалар мотлаҡ барып күрергә тейешле географик ҡомартҡылар исемлеген төҙөргә ҡушты. Башланғыс класс уҡыусылары үҙҙәре йәшәгән район биләмәһенә походҡа сыҡһа, өлкән класстар бөтә республика буйынса сәйәхәт ҡылыу мөмкинлеген булдырыпға кәрәк тиелде осрашыуҙа. Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләүҙә география уҡытыусыларының роле ҙур. Улар уҡыусыларҙы тирә-яҡ мөхит менән генә таныштырып ҡалмай, балаларға «Ватан» төшөнсәһен күндерә.