МХО яугирҙәре һәм уларҙың яҡындарына өҫтәмә ярҙам саралары инлдерелә

МХО яугирҙәре һәм уларҙың яҡындарына өҫтәмә ярҙам саралары инлдерелә
  • МХО яугирҙәре һәм уларҙың яҡындарына өҫтәмә ярҙам саралары инлдерелә

Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм ветерандарға, шулай уҡ уларҙың ғаиләләренә ярҙам саралары арта. Быға тиклем 40-тан ашыу иҫәпләнһә, исемлеккә 11 яңы сара өҫтәлә һәм уларҙың һаны 54-кә етә.

Яңылары иҫәбендә физкультура-һауыҡтырыу хеҙмәттәренә сертификаттар, теш протездарын ҡуйыу. Бынан тыш, һәләк булғандарҙың йә хәбәрһеҙ юғалғандарҙың ғаилә ағзалары өсөн медицина күрһәтмәләре буйынса планлы дауаханаға һалыуҙы көтөп тороу ваҡыты 14 көндән бер көнгә тиклем ҡыҫҡартыла. Яңы сараларҙа мәктәптәрҙә уҡыған яугирҙарҙың балаларын ике тапҡыр бушлай туҡландырыу ҡаралған. Республиканың милли архивы төрлө хеҙмәттәргә 50 процент ташлама тәҡдим итә. Шулай уҡ яугирҙарға дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтелгәндә сиратһыҙ хеҙмәтләндерелә. Ҡалған ярҙам саралары менән тулыраҡ Башҡортостандың рәсми хоҡуҡи интернет-порталында танышырға мөмкин.