Әбйәлил районындағы ирекмән ойошмаларының береһе дрондарҙан һаҡлаусы 350-нән ашыу юрған теккән. Бынан тыш, улар бихисап башҡа кәрәкле әйберҙәр әҙерләп, махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатып тора.
Үләндәрҙе бөтә ауыл менән йыялар. Кемдер баҡсаһынан, ҡайһы-берҙәре баҫыу-ҡырҙарҙан, бәғзеләре урмандан килтерә. Һуңынан “Изгелек ҡыл” ирекмәндәр хәрәкәте вәкилдәре уларҙы киптереп, сәй ҡайнатыр өсөн файҙалы ҡатнашма әҙерләй. Унда мәтрүшкә, бөтнөк, кейәү үләне, боланут, йүкә сәскәһе, еләк япраҡтары, әлморон һәм башҡалары бар.
Гөлсәсәк Зәйнуллинаның улы 2022 йылда өлөшләтә мобилизация буйынса саҡырыла һәм әле махсус хәрби операцияла изге бурысын үтәй. Әсәй кеше көн һайын ирекмәндәр хәрәкәте урынлашҡан бүлмәгә килеп, үҙ өлөшөн индерергә тырыша.
Сәй ҡатнашмаһы янына бал, кәнфит кеүек төрлө тәмлекәстәр ҙә һалалар. Шулай итеп хәрбиҙәр ялан шарттарында сәй эсә алырлыҡ тупланма менән тәьмин ителә.
Ирекмәндәр хәрәкәтендә һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, социаль, сәнғәт сәнәғәт, тармағында хеҙмәт итеүселәр һәм пенсионерҙар – башлыса ҡатын-ҡыҙҙар. Беренселәре эштән һуң килеп ярҙам итһә, хаҡлы ялдағылар иртәнән кискә тиклем бында. Резеда Йәһүҙинаның да бихисап яҡындары махсус хәрби операцияла.
Бында хәрбиҙәр өсөн ялан шарттарында йыуыныу ҡулайламалары эшләйҙәр. Хәрбиҙәр һәм халыҡта “Сухой душ” йә “Ҡоро ҡойоноу сараһы” тигән исем алған әйбер яҡташтарыбыҙ араһында һәр ваҡыт ихтыяж менән файҙалана, ти ирекмәндәр.
Ирекмәндәр хәрәкәтендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ир-егеттәрҙең ҡатындары ла бар. Ойошмала барлығы 18 кеше эшләй, икәүһе өйҙәренән тороп ярҙам итә.
Дрондарҙан һаҡлаусы юрған яугирҙы йәшереп кенә ҡалмай, ул 3-4 сәғәт йылы ла тота.
Бынан тыш ирекмән хәрәкәте вәкилдәре хәрбиҙәр өсөн йәшеренеү селтәрҙәре, танкттар өсөн маскировка селтәрҙәре, балаклава, һалҡын ерҙә ятыу өсөн юрғандар, яралыларҙы һөйрәтеп йә күтәреп сығарыу өсөн ҡулайламалар тегә. Шулай уҡ, снайперҙар һәм штурмлаусыларҙы һаҡлаусы махсус әйбер әҙерләйҙәр.
8 ай эсендә генә “Изгелек ҡыл” хәрәкәте ирекмәндәре дрондарҙан йәшереүсе 350-нән ашыу юрған, 80-дән ашыу волокуша, шул сама лежанка, 150-гә яҡын сидушка, 11 йәшеренеү селтәре, хатта ҙур танкттарҙы йәшереү өсөн 5 селтәр, тиҫтәләгән фартук, беләккә кейә торған махсус нарукавниктар тегеп оҙатҡан.
Бында хәрбиҙәр өсөн йылы кейем, футболкалар, ойоҡбаштар, эске кейемдәр, яралылар өсөн дә махсус эске кейемдәр, бирсәткәләр, янбаш бысрамаһын һәм өшөмәһен өсөн мобиль ултырғыстар, таҫтамал, һабын, майҙар, майшәмдәр, медицина препараттары ла туплана. Һәр кем үҙ өлөшөн индерергә тырыша.
Ә яугирҙар тырышып ярҙам иткән яҡташтарына тик рәхмәт һүҙҙәрен генә еткерә.
Шулай уҡ бында яҡташтарыбыҙҙың яратҡан ризыҡтары ла әҙерләнеп, махсус ҡаптарҙа фронтҡа оҙатыла. Ирекмәндәр хәрәкәттәре булдырылғандан алып Әбйәлилдә бөтәһе 40-ған гуманитар ылау тупланып, махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатылған. Шулай уҡ, фронтҡа 30 автомобиль ремонтланып, генераторҙар, рациялар, ретрансляторҙар, тәгәрмәстәр, запас частар хәрбиҙәргә тапшырылған. Был эштәр әле лә дауам итә.