Башҡортостанда һауа шарттары ҡатмарлаша

Башҡортостанда һауа шарттары ҡатмарлаша
  • Башҡортостанда һауа шарттары ҡатмарлаша

Көнъяҡ райондарҙа боҙборсаҡ, Өфөлә ҡойма ямғыр. Мәләүез районы Һарыш ауылында боҙборсаҡ яуған. Видеояҙманы шаһиттар беҙҙең редакцияға ебәрҙе. Кадрҙан күренеүенсә, ер өҫтөн боҡ киҫәктәре ҡаплап алған. Хәҙәттән тыш хәл һөҙөмтәһендә ауыл бер нисә сәғәткә электр утһыҙ ҡалған, сәсеүлектәр зыян күргән. Ишембай районында ла ошондай уҡ тәбиғәт күренеше күҙәтелә. Боҙборсаҡ өлгөрөп килгән емеш, йәшелсәләрҙе юҡ итте тип зарлана урындағы халыҡ. Дим биҫтәһендә ҡойма ямғырҙан һуң урам-ихаталарҙы һыу баҫҡан. Автомобилдәр йөҙөп тигәндәй йөрөргә мәжбүр. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, синоптиктар республика биләмәләрендә тотороҡһоҙ һауа торошо хаҡында иҫкәрткәйне. Алдағы көндәрҙә яуым-төшөмдөң артыуы, һауа температураһының түбәнәйеүе көтөлә.