Питерҙағы халыҡ-ара иҡтисади форумда Радий Хәбиров тиҫтәләгән осрашыу уҙғарҙы

Питерҙағы халыҡ-ара иҡтисади форумда Радий Хәбиров тиҫтәләгән осрашыу уҙғарҙы
  • Питерҙағы халыҡ-ара иҡтисади форумда Радий Хәбиров тиҫтәләгән осрашыу уҙғарҙы

Башҡортостан Санкт-Петербургтағы халыҡ-ара иҡтисади форумға ҙур ышаныс менән ҡарай. Төнъяҡ баш ҡалалағы сара көндәрендә республика кәм тигәндә йөҙ миллиард һумлыҡ килешеүҙәргә ҡул ҡуясаҡ. Инвестиция проекттары төрлө өлкәне үҙ эсенә ала.

Әлегә Рәсәйҙәге иң ҙур айыу һыны Башҡортостан иҫәбендә. Санкт-Петербургтағы халыҡ-ара иҡтисади форумға донъяның 140 дәүләтенән килгән 20 меңдән ашыу эксперт тап 6 метр бейеклектәге башҡорт айыуы һынын үҙе күрә ала. Сөнки, тап ул, форум барған урында ҡуйылған республиканың 400 квадрат метр майҙандағы экспозицяһын аса. Бал хужаһы айыу – Башҡортостан иҡтисадының көслө һәм аяғында ныҡлы баҫып тороуы миҫалы. Субьект экспозицияһы Өфөлә яңы төҙөлгән спорт һарайының кескәй күсермәһе. Ә сәләмәт тормош финанс мөмкинлектәргә нигеҙләнә.

Башҡортостан тәҡдим иткән проекттарҙың күп йүнәлешле булыуына федераль сәйәсмәндәр айырым баһа бирә.

Республика өсөн Санкт-Петербург халыҡ-ара майҙанға сығыу өсөн яңы мөмкинлектәр тыуҙыра. Башҡортостан Хөкүмәте был форумға әҙерлекте йыл дауамында алып бара. Сөнки, милилардтарса һумлыҡ инвестицияларға ҡул ҡуйыу өсөн бер-нисә минут ҡына ваҡыт кәрәк.

100 миллиард һум. 4 көндә Башҡортостан Санкт-Петербургта ошо суммаға баһаланған проекттарға ҡул ҡуясаҡ. Тәүге килешеүҙәрҙең береһен айырым атарға кәрәк. Ул “Ромекс-Кубань” йәмғиәте менән инвестициялар хаҡындағы документ. Краснодарҙағы был ширҡәт торлаҡ төҙөлөшө буйынса махсуслаша. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Санкт-Петербургта ике яҡлы осрашыуҙар ҙа үткәрә. Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса Федераль агентлыҡ етәксеһе Олег Казанов менән әңгәмәлә, мәҫәлән, республикала халыҡ-ара кимәлдәге “Геосаҡырыу” чемпионатын ойоштороу тураһында һүҙ барҙы. Әйткәндәй, республиканың ошо йәһәттән тәжрибәһе лә бар. “Мостострой -11” йәмғиәте етәксеһе Николай Руссу менән әңгәмә тәү сиратта Башҡортостандың урта һәм көньяҡ өлөшөндә йәшәүселәр өсөн әһәмиәтле. Тап ошо компания Ағиҙел йылғаһының Стәрлетамаҡ янындағы өлөшөндәге күперҙе яңырта. Проект суммаһы суммаһы 3 миллиард 300 миллион һум. Форум барышында Башҡортостан яңы партнерҙар ҙа табасаҡ.