Шәйх-ул-Ислам Тәлғәт хәҙрәт Таджуддиндың назарат менән рәйеслек итеүенә 45 йыл. 1980 йылдың 19 июнендә СССРҙың Европа өлөшө һәм Себер мосолмандарының съезында СССРҙың Европа өлөшө һәм Себер мосолмандары Диниә назарәтының рәйесе һәм мөфтөй булып һайлана. Рәсәй мосолмандарының 1992 йылда үткән 6-сы ғәҙәттән тыш съезында Баш мөфтөй дәрәжәһе индерелә һәм күпселек тауыш менән ул Шәйхел-Ислам Тәлғәт Тажетдингә бирелә. Тап уның тырышлығы менән илдә күпләп мәсеттәр тергеҙелә, Рәсәй мосолмандары өсөн хаж ҡылыу юлдары яйға һалына. 45 йыл дауамында Тәлғәт хәҙрәт традицион Ислам ҡиммәттәрен һаҡлау, уны йәмғиәткә еткереү, башҡа дин һәм миләттәр менән татыулыҡ, берҙәмлек, ихтирам өлгөһөндә йәшәү ҡиммәттәрен еткерә.
Рәсәй мосолмандары үҙәк диниә назараты сөнө бөгөн иҫтәлекле дата
Рәсәй мосолмандары үҙәк диниә назараты сөнө бөгөн иҫтәлекле дата