Башҡортостан конгресс эшмәкәрлеген әүҙемләштерә

Башҡортостан конгресс эшмәкәрлеген әүҙемләштерә
  • Башҡортостан конгресс эшмәкәрлеген әүҙемләштерә

Республика бөгөн “Иннопром” форумына әҙерлек алып барырға тейеш. Ошо турала Радий Хәбиров бөгөн, оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Дүшәмбе рәсми кәңәшмәһенең хәҙер үҙ һәм матур йолалары бар. Тап ошо ултырышта төрлө тармаҡтарҙа иң юғары һөҙөмтәләргә ирешеүселәрҙе тәбрикләйҙәр. Был юлы юғары наградаға “Рәсәйҙең иң яҡшы почтальоны” лайыҡ булды. Федераль кимәлдәге конкурста республика исеменән сығыш яһаған Зилә Романова беренсе урын яулағайны.

Ә әлегә төп яңылыҡ — Башҡортостандың Санкт-Петербургтағы халыҡ-ара иҡтисади форумдағы уңыштары. Федераль рейтингтарҙа республика алдынғы урындарҙа килә. Радий Хәбиров билдәләүенсә, һөҙөмтәләр менән бергә, етешһеҙлектәр тураһында әйтергә кәрәк. Республика хәҙер инвестициялар суммаһын иҫәпләй. Нева ярындағы ҡалала Башҡортостан 100 миллиард һумлыҡ килешеүҙәргә ҡул ҡуйылған.

Инвестициялар иҡтисадҡа ғына түгел, ә мәғарифкә лә кәрәк. Уҙған уҡыу йылда төбәк мәктәптәре Рәсәй кимәлендәге олимпиадаларҙа 57 призлы урын яулаған. Бындай һөҙөмтә ил кимәлендәге 4-се урын.

Дүшәмбеләге ултырышта республика почтаһына бәйле һорауҙар етерлек булды. Уның сәбәбе лә бар. Быйыл Рәсәй почтаһының Башҡортостандағы идаралығы ойошторолоуға 30 йыл. Әммә, тиҙҙән элемтәнең ошо төр хеҙмәтен күрһәтеүсе төп региональ оператор эшендә ҙур үҙгәрештәр көтөлә. Беренсеһе – райондарҙағы почта идаралыҡтары берләштерелә, икенсеһе – почта бүлексәләрен ремонтлауға аҡса юҡ.

Кәңәшмәлә оператив һандар аталды. Мәҫәлән, республикала коронавирус йоҡторусолар һаны кәмей. Тәүлек эсендә ошондай 5 осраҡ теркәлгән. Һабантуйҙар ҙа имен үтә. Уҙған ял көндәрендәге тантаналарҙа ғәҙәттән тыш ваҡиғалар булмаған.