Өфөлә онкоурология аҙналығы үтте

Өфөлә онкоурология аҙналығы үтте
  • Өфөлә онкоурология аҙналығы үтте

Бөтә донъя форумында ете илдән алдынғы белгестәр ҡатнашты. Сараның төп маҡсаты – онкологияға ҡаршы көрәш алып барыу буйынса тәжрибә менән уртаҡлашыу, медицина өлкәһендә эшлекле бәйләнештәр булдырыу.

Бер операция сиктәрендә яман шеш менән зарарланған бәүел ҡыуығын алып ташлап эсәк өлөшөнән яңыһын эшләргә. Был мөмкин түгел кеүек әммә заман медицинаһының сиктәре юҡ. Табиптар ошо рәүешле пациентты ҡотҡарып ҡына ҡалмай, ә уның тулы тормош менән йәшәүен тәьмин итә.

Уникаль операцияны онлайн режимында үткәрәләр: уның трансляцияһын Рәсәй һәм башҡа илдәрҙең профессиональ берләшмәләре күҙәтә. Бөтә донъя эксперттарын Башҡорт дәүләт медицина университетында үткән "Өфөлә онкоурология аҙналығы" форумы берләштерҙе.

Сарала шулай уҡ Голландия, Төркиә, Һиндостан, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Испания һәм Италия белгестәре ҡатнашты. Төп мәсьәләләр булып онкологияға ҡаршы көрәш алып барыу буйынса тәжрибә менән уртаҡлашыу, Рәсәй һәм халыҡ-ара иң яҡшы клиник практикаларҙы тикшереү тора. Италия табиптары операция ваҡытында үҙҙәрен өйҙә кеүек тойоуҙарын билдәләйҙәр.

Үткәрелгән операция халыҡ-ара хеҙмәттәшлеккә тәүге аҙым. Шулай итеп Өфө менән Комо араһында юғары технологиялы урология һәм хирургия өлкәһендә Рәсәй-Италия уҡытыу үҙәген булдырыу тураһында килешеү төҙөлдө.

Форум сиктәрендә шулай уҡ төрлө оҫталыҡ дәрестәре, лекциялар, йәш ғалимдарҙың конференциялары һәм ғилми эш конкурстары үтә.

Республикала онкология аҙналығы тәүге тапҡыр үткәрелә. Белгестәр билдәләүенсә, форум тәү сиратта тәжрибә уртаҡлашыу өсөн мөһим. Был ауырыуҙарҙың сәбәптәрен тәрәнерәк аңларға мөмкинлек бирә һәм киләсәктә уларҙың