Өфөлә йәш ғалимдар өсөн медицина химияһы буйынса өсөнсө Бөтә Рәсәй мәктәп-конфереецияһы эш башланы

Өфөлә йәш ғалимдар өсөн медицина химияһы буйынса өсөнсө Бөтә Рәсәй мәктәп-конфереецияһы эш башланы
  • Өфөлә йәш ғалимдар өсөн  медицина химияһы буйынса өсөнсө Бөтә Рәсәй мәктәп-конфереецияһы эш башланы

Уны Рәсәй һаулыҡ-һаҡлау Министрлығының Башкорт дәүләт медицина университетына ҡараған Өфө химия институты, Рәсәй фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге менән берлектә ойоштора.

Медицина химияһы буйынса Рәсәйҙең иң алдынғы академиктары төрлө төбәктәрҙән йыйылған йәш ғалимдар менән химия мәктәбенең иң көнүҙәк проблемалары тураһында һөйләшеүгә йыйылды. Аҙна дауамында саҡырылған ғалимдар тәжрибә менән уртаҡлашасаҡ. Лекция, түңәрәк өҫтәлдәр, оҫталыҡ дәрестәре үткәреләсәк. Сығыштарҙың төп йүнәлеше малекуляр моделләштереү һәм техник уҡытыу, биологик әүҙем мәтдәләрҙең синтезы, клиникаға тиклемге тикшереүҙәр, дарыуҙар еткереү системаһы, вирусология, онкологияға ҡағылышлы һорауҙар .Конференция 26 июнгә тиклем дауам итәсәк.