Өфөлә иң тәмле ҡымыҙҙы асыҡланылар

Өфөлә иң тәмле ҡымыҙҙы асыҡланылар
  • Өфөлә иң тәмле ҡымыҙҙы асыҡланылар

Башҡортостан ҡымыҙ етештереү буйынса алдынғы төбәк. Беҙҙә йыл һайын 3 мең тоннанан ашыу ҡымыҙ бешелә. Йылҡы һаны буйынса республика Рәсәйҙә икенсе урынды биләй. Быйыл бәйгелә халҡыбыҙҙың шифалы эсемлеген үҙҙәре өсөн генә түгел, һатыуға етештереүсе 10 райондан 20-ләгән хужалыҡ ҡатнашты. Конкурстың төп маҡсаты – төбәктә йылҡысылыҡ һәм ҡымыҙ эшләү традицияларын һаҡлау һәм башҡорт ҡымыҙы брендын танытыу эшен киңерәк йәйелдереү. Ҡымыҙсылар һәм баһалама ағзалары менән хеҙмәттәшем Сәлимә Исламова аралашты.

Ҡул менән һауып эшләнгән ҡымыҙ тәмлерәк. Әбйәлил районының Ҡырҡты буйында урынлашҡан фермер хужалығында 100-гә яҡын йылҡы малы. Өс тиҫтә бейәнән көнөнә 130-литр ҡымыҙ етештерелә. Конкурсҡа улар традицион ҡымыҙ менән бергә, ыҫланған һәм үлән тәмләткестәр менән байытылған эсемлек тәҡдим итә.

Әбйәлил хужалығы быға тиклем ҡымыҙ фестивалендә ҡатнашып еңеүсе титулын яулап өлгөргән. Быйыл да юғары күрһәткестәргә ышаныс менән килгән улар.

Мал ҡараусылар егәрле лә хәстәрлекле лә булырға тейеш. Рауил Сәлихов та йылҡысылыҡ менән осраҡлы шөғөлләнеүсе түгел. Ата-олатаһы элек 400-ләп йылҡы тотҡан. Ул да конкурсҡа традицион ҡымыҙ килтергән.

Башҡортостанда йылына 3 мең тоннанан ашыу ҡымыҙ етештерелә. Йылҡы һаны буйынса республика Рәсәйҙә икенсе урынды биләй. Быйыл бәйгелә халҡыбыҙҙың шифалы эсемлеген үҙҙәре өсөн генә түгел, һатыуға етештереүсе 10 райондан 20-ләгән хужалыҡ ҡатнашты.

Быйылғы бәйгегә ҡымыҙсылар тик продукцияһын ғына ебәргән. Һыуытҡыста ятҡан шешәләр тәү ҡарашҡа барыһы ла бер иш. Лаборанттар номерҙары буйынса ғына айыра.

Баһалама ағзалары ҡымыҙ етештереү буйынса билдәле белгестәр. Шифалы эсемлектең сифатын һәм республиканың ниндәй төбәгенән килтерелгәнен теленә тигеҙеп кенә әйтә ала. Үлән өлгөрөп килә, әле ҡымыҙ бәйгеһе үткәреү өсөн иң уңай мәл, ти улар.

Республикала ҡымыҙ рәсми медицинала сирлеләрҙе дауалауҙа киң ҡулланыла. Бәйге һөҙөмтәләре менән шифаханалар ҙа етди ҡыҙыҡһына.

Белгестәр ҡымыҙҙы 3 номинацияла баһаланы.Тәбиғи башҡорт ҡымыҙы, бейә һөтөнән бешелгән һәм тәмләткес ҡушылған ҡымыҙ, ҡымыҙ эсемлеге.Конкурс һөҙөмтәләре буйынса баһалама ағзалары бер тауыштан иң сифатлы һәм тәмле ҡымыҙ Урал арьяғында етештерелгәне тигән фекергә килде. 30-лаған төр ҡымыҙ араһында тәүге урындарҙы Баймаҡ, Әбйәлил, Стәрлебаш, Йәрмәкәй һәм Әлшәй райондары бүлеште. Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы 29 июнь Йәштәр көнөндә Ағиҙел яры буйында үтә.