Әммә кесаҙнанан йәнә яуындар башлана. Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, аҙнаның икенсе яртыһында яуым-төшөм арта. Атлантик антициклон тәьҫирендә ямғырҙар яуыуы, йәшен йәшнәүе, урыны менән боҙборсаҡ көтөлә. Үткән ялдарҙағы ямғырҙар арҡаһында айлыҡ яуым-төшөм күп йыллыҡ күрһәткестәрҙән үтеп киткән. Мәҫәлән Йылайыр метестанцияһында ул 3, Белоретта 2 тапҡырға артҡан. Июль айы һыуыҡ көндәр менән башлана тип фаразлай синоптиктар, ай уртаһына йылыта, яуым-төшөм етерлек була тип вәғәҙәләй белгестәр.
Башҡортостанда ҡойма ямғырҙар бер аҙ кәмей
Башҡортостанда ҡойма ямғырҙар бер аҙ кәмей