Рәсәйҙә геройҙар ваҡыты етте

Рәсәйҙә геройҙар ваҡыты етте
  • Рәсәйҙә геройҙар ваҡыты етте

Иң яҡшы кешелек сифаттары һәм илһөйәрлек бөгөн илде уңышҡа алып барыусы команданы формалаштырыусы төп критерийҙар. "Башҡортостан Геройҙары" проектында ҡатнашыусылар кадрҙар программаһын Ватанға хеҙмәт итеү мөмкинлегенең дауамы итеп ҡабул итә.

Минең өсөн һуғыш тамам... Тап шулай ти, махсус хәрби операция ветераны, 24 йәшлек Тимур Күсәрбаев. Өфө радиоэлектроника, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек колледжын тамамлап Ватан алдында хәрби бурысын үтәп ҡайтҡандан һуң мобилизациялана егет.

Бәлки, тап “үлемһеҙ” тип яҙылған жетон хәрби ЗАДАНИЕ ваҡытында минаға баҫып ауыр йәрәхәт алған яугирҙың ғүмерен һаҡлап алып ҡалғандыр ҙа...

Иң беренсе сиратта янында килгән дуҫына ярҙам итергә ынтылған Тимур — минаға баҫып табанһыҙ ҡалғанын ун метр самаһы йүгереп үткәс кенә абайлап ҡала.

Тимур мобилизацияланғас, атаһы ла уның артынан махсус хәрби операцияға китә. Егетте эвакуациялағанваҡытта ла атаһы эргәһендә була.

Тимур Күсәрбаев май айында "Башҡортостан Геройҙары" программаһының һайлап алыу этабын үтте һәм әле башҡалар менән бергә финалды көтә. Маҡсатына ирешеүсән егет протез ҡуйылған аяғы менән ҡыш көнө конькиҙа шыуырға өйрәнә, һәм тренажер залында ла шөғөлләнә. Киләсәктә ветеран патриотик йүнәлештә эшләргә һәм алғы һыҙыҡтан ҡайтҡан йәштәргә ярҙам итергә теләй.

Республикала «Башҡортостан Геройҙары» программаһы быйыл февралдә старт алып, Радий Хәбиров хәрби хеҙмәткәрҙәр өсөн мөһим кадрҙар проектының башланыуы тураһында иғлан итте. Уның маҡсаты — махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар араһынан яңы быуын идарасыларҙы әҙерләү, тип билдәләне ул.

"Башҡортостан Геройҙары" проекты Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса тормошҡа ашырыла һәм «геройҙар Ваҡыты» федераль программаһының дауамы булып тора. Күптән түгел Кремлдә дәүләт башлығы унда ҡатнашыусылар менән осрашты. Владимир Путин проект илдең бөгөнгөһө һәм киләсәге ошондай кешеләргә шарттар булдырырға тейешлеген тағы бер тапҡыр һыҙыҡ өҫтөнә алды. Шуға күрә был программаға “Геройҙар Ваҡыты” тигән исем бирелгән.

Махсус хәрби операция ветераны Марк Баженов та федераль программа буйынса уҡып сыҡҡан. Хәҙер "Башҡортостан Геройҙары" проектында ҡатнашырға теләк белдереп ғариза биреп һайлап алыу турын да үткән. Уның да тормошҡа ашырырға теләгән проекттары бар. "Дим" позывнойлы яугир штурм отрядында хеҙмәт итә. Алғы һыҙыҡта алыштарҙа ҡатнаша һәм бер нисә тапҡыр үлемдән ҡала.

Марк Баженов әйтеүенсә, махсус хәрби операцияла барыһы ла тиң һәм бөтәһе лә бер бурысты үтәй. Яугир хеҙмәт иткәнгә тиклем етәксе вазифаһында була. Хеҙмәттәштәре менән уртаҡ телде лә тиҙ таба. Яуҙаштары менән бергәләп хәрби бурыстарын намыҫ менән үтәгән өсөн наградалар ҙа ала.

«Башҡортостан Геройҙары» проектында ҡатнашыуға ике меңдән ашыу кеше ғариза биргәйне. Улар араһынан өс һайлап алыу этабын да үткәндәр июлдән дәүләт идаралығы нигеҙҙәрен һәм нескәлектәрен өйрәнә башлаясаҡ.