“Еңеү йырҙары” еңеүселәре билдәле

“Еңеү йырҙары” еңеүселәре билдәле
  • “Еңеү йырҙары” еңеүселәре билдәле

Башҡортостан 24 телеканалы иғлан иткән “Еңеү йырҙары” патриотик телемарафоны һөҙөмтәләре билдәле булды.

Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан беҙҙең телерадиокомпания күләмле ижади бәйге иғлан иткәйне. Ярты йыл дауамында республика, хатта сит төбәктәрҙә йәшәүселәрҙән ике йөҙгә яҡын видеояҙма килде. Яңғыҙ башҡарыусылар, коллективтар, кескәй балалар һәм оло йәштәгеләр Һуғыш йылдарындағы һәм Еңеүгә арналған йырҙарҙы башҡарҙы. Июнь башынан 3 аҙна дауамында ГТРКРБ нөктә РУ сайтында тауыш биреү барҙы. Уның һөҙөмтәләре буйынса 5 финалист билдәләнде. Өфө районы Дмитриевка ауылынан “Май вальсы”н башҡарыусы уҡытыусылар коллективы беренсе урынға сыҡты. Улар 11 мең 997 тауыш йыйған. Финалға үтеүселәр телетапшырыуға саҡырыласаҡ.