Милли йәштәр тетарты сәхнәһендә фэнтэзи

Милли йәштәр тетарты сәхнәһендә фэнтэзи
  • Милли йәштәр тетарты сәхнәһендә фэнтэзи

Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театры 35-се ижад миҙгелен премьера менән йомғаҡланы. "Аҡбуҙат" спектакле фэнтэзи стилендә сәхнәләштерелде. Әҫәр Башҡорт эпосы мотивтарына ҡоролған. Илсур Ҡаҙаҡбаев Һәм Зөһрә Бураҡаева уны көнүҙәк мәғәнәләр менән тулыландырған һәм заман йәштәренә аңлайышлы тел менән һөйләргә тырышҡан.

Спектакль башланыуға һанаулы ғына минуттар. Төп рольдәрҙең береһен башҡарыусы йәш артистар Байегет Мөхәрләмов менән Нәркәс Ҡалмырҙина тамашасыға сығыр алдынан, рольдәрен тағы бер ҡабатлайҙар. Улар бөгөнгө спектакльдә бер-береһенә ғашиҡ йәштәрҙе уйнай.

Йәш актер әйтеүенсә, быға тиклем ул мөхәббәт сәхнәһен уйнағаны юҡ. Шуға ҡарамаҫтан ғашиҡ егетте уйнау миңә еңел бирелде ти, сөнки уйнарға кәрәкмәне тиһәң дә була. Спектакльдәге ғашиҡтар, тормошта ла йәш ғаилә булып тора.

Һәр замандың үҙ геройы. «Аҡбуҙат» — «Урал-батыр» эпосының логик дауамы булып тора. Спектаклде сығарыусы ижади төркөм заман алымдарын ҡулланып, Урал батырҙың бүләһе Һәүбәндең, Аҡбуҙаттың тарихын тамашасыларға бөтөнләй көтөлмәгән яҡтан күрергә мөмкинлек бирә. Әммә яҡшылыҡ менән яуызлыҡ араһындағы ҡаршылыҡ мәңгелек һорау булып ҡала. Әкиәттә булһа ла яҡшылыҡ яуызлыҡтан өҫтөн булыу идеяһы ҡала.

Спектаклдә эпоста булмаған персонаждар ҙа барлыҡҡа килә. Был Юха Һәм Үлмәҫбай образдары. Уларҙың образдары аша спектакль тулылана һәм тәрән мәғәнә ала. Ғөмүмән әйткәндә, һәр образ үҫеп килгән быуынға яҡын һәм аңлашыйлы итеп эшләнгән.

Фэнтези жанрындағы спектакль башҡорт халыҡ легендаларына һәм мифологияһына яңы ҡараш аса, боронғо йолаларҙан рухландырылған заманса сәнғәт әҫәрен тыуҙыра.

Премьера театрҙың 35- се театр миҙгелен ябыу тантанаһы сиктәрендә күрһәтелде. Спектакль алдынан Башҡортостандың мәҙәниәт министры Аминә Шафиҡова театр актерҙарын һәм хеҙмәткәрҙәрен тәбрикләп грамоталар һәм рәхмәт хаттары менән бүләкләне.