Башҡортостан Рәсәйҙә беренсе булып хәрби хәбәрселәрҙең статусын билдәләне

Башҡортостан Рәсәйҙә беренсе булып хәрби хәбәрселәрҙең статусын билдәләне
  • Башҡортостан Рәсәйҙә беренсе булып хәрби хәбәрселәрҙең статусын билдәләне

Документ республика башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән әҙерләнде. Уға ярашлы журналистарының айырым категорияларына дәүләт ярҙамы күрһәтеләсәк. Тейешле закон бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың яҙғы сессиялағы һуңғы ултырышында ҡабул ителде. Унда ҡаралған мөһим мәсьәләләр тураһында Закир Шәрипов.

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың яҙғы сессиялағы һуңғы пленар ултырышында 70-тән ашыу мәсьәлә ҡаралды. Ҡанун проекттарының бер өлөшө социаль яҡлау сараларына ҡағыла. Мәҫәлән, депутаттар етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған бала ҡараған опекундарға, попечителдәргә аҡсалата түләүҙе арттырыу тураһында закон ҡабул итте.

Республика парламенты креатив индустриялар тураһында ла законды ғәмәлгә индерҙе.

Көн тәртибенә индерелгән закон проекттары иҫәбендә — Башҡортостанда журналистарҙың айырым категорияларына дәүләт ярҙамы күрһәтеү. Һүҙ — хәрби хәбәрселәргә социаль яҡлауҙы көсәйтеү хаҡында бара. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың комитеты рәйесе Рөстәм Ишмөхәмәтов билдәләүенсә, журналист төрлө ташламаларға дәғүә итеү өсөн кәмендә 60 көн махсус хәрби операция биләмәһендә эшләргә тейеш.

Башҡортостанда студенттарға 1-се курстан һуң тренер булып эшләргә рөхсәт биргән закон да ҡабул ителде. Хәҙер уны Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Рәсәй мәғарифы тураһында федераль ҡанунға үҙгәрештәр индерергә тәҡдим итә. Депутаттар билдәләүенсә, яңы документ спорт мәктәптәрендә тренерҙар һәм уҡытыусылар етмәү мәсьәләһен хәл итергә тейеш.

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай яҙғы сессиялағы һуңғы ултырышынан һуң ялға китә. Бер йыл эсендә депутаттар башҡарған эшкә йомғаҡ та яһалды.

Һуңғы арала республика тормошона ҙур өлөш индергән депутаттар дәүләт наградаларына лайыҡ булды. Уларҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бүләкләне.