Башҡортостанда Берҙәм дәүләт имтихандары буйынса 300 балл йыйған тәүге уҡыусы бар

Башҡортостанда Берҙәм дәүләт имтихандары буйынса 300 балл йыйған тәүге уҡыусы бар
  • Башҡортостанда Берҙәм дәүләт имтихандары буйынса 300 балл йыйған тәүге уҡыусы бар

Өфөләге 153-сө һанлы лицей уҡыусыһы Алексей Лобов бер юлы 3 фәндән – физика, информатика һәм профилле математиканан йөҙәр балл йыйған. Был яңылыҡ менән Республика башлығы социаль селтәрҙә бүлеште. Радий Хәбиров билдәләүенсә, беҙҙең республика тарихында тәүге тапҡыр сығарылыш уҡыусыы 3 предметтан да максималь балл йыйҙы. Алексейҙың ата-әсәһен һәм уҡытыусыларын ҡотлайым тип яҙа төбәе етәксеһе. Әйткәндәй егет рус теленән дә 94 балл йыйған.