Әле объектта эштәр дауам итә, яҡтыртыу ҡоролмалары тулыһынса урынлаштырылған. Капиталь ремонт аҙағына яҡынлаша ти төҙөүселәр, уны сентябрҙә асырға ниәтләйҙәр. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфөнөң көнъяҡ ҡапҡаһындағы иҫке күперҙе 2022 йылда реконструкцияға япҡайнылар. Ул авария хәлендә ине. Күпреҙең аркалы өлөшөн архитектур символ булараҡ һаҡлап ҡалырға ҡарар ителде.